Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 27:6 - Изге Яҙма

6 Килер ваҡыт – Яҡуп нәҫеле тамыр йәйер, Исраил үрсем бирер һәм сәскә атыр, Ер йөҙөн емештәре менән тултырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Килер ваҡыт – Яҡуп нәҫеле тамыр йәйер, Исраил үрсем бирер һәм сәскә атыр. Ер йөҙөн емештәре менән тултырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Килер ваҡыт – Яҡуп нәҫеле тамыр йәйер, Исраил үрсем бирер һәм сәскә атыр, Ер йөҙөн емештәре менән тултырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 27:6
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтә ер йөҙөндә нимә ҡушһа, шуны эшләр өсөн, Болоттар Уның ихтыяры менән әйләнеп йөрөй.


Сүллек менән ҡоро тупраҡ һөйөнөр, Дала шатланыр, нәркәстәй сәскәләнер.


Һәр тирә-яҡ күкрәп сәскә атыр, Шатланып тантана итер. Уға Ливандың даны, Кармәл менән Шарондың күркәмлеге бирелер. Һәммәһе Раббының шөһрәтен, Аллабыҙҙың ғиззәтен күрер.


Йәһүҙә нәҫеленең ҡотолоп һау ҡалғандары Яңынан төпкә тамыр ебәрер, юғарыла – емешләнер.


Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.


Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».


Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».


Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруйлы, данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.


Илегеҙҙә йәшәүселәрҙең, бөтә Исраил нәҫеленең һанын арттырасаҡмын. Ҡалаларҙа төйәкләнәсәктәр, емереклектәр ҡабаттан төҙөләсәк.


Ә һеҙ, Исраил тауҙары, сәскә атасаҡһығыҙ һәм халҡым Исраилға емеш бирәсәкһегеҙ, сөнки халҡым Исраил тиҙҙән йортона ҡайтасаҡ.


Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен, „Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен; „Халҡым түгел“ тип аталғанға: „Һин – Минең халҡым“, – тиермен, Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер».


Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Мәсихтеке икәнһегеҙ, тимәк, һеҙ – Ибраһимдың тоҡомдары һәм Алланың вәғәҙә иткәнен мираҫ итеп бүлешерһегеҙ.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ