Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 24:14 - Изге Яҙма

14 Һау ҡалғандар, ҡысҡырышып, Һөйөнөс йырҙары йырлар. Көнбайышта йәшәгәндәр Раббы бөйөклөгөн данлар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Һау ҡалғандар, ҡысҡырышып, Һөйөнөс йырҙары йырлар. Көнбайышта йәшәгәндәр Раббы бөйөклөгөн данлар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Һау ҡалғандар, ҡысҡырышып, Һөйөнөс йырҙары йырлар. Көнбайышта йәшәгәндәр Раббы бөйөклөгөн данлар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 24:14
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың.


Ул көндө Йәһүҙә ерендә ошондай йыр йырланыр: «Беҙҙең ҡалабыҙ көслө! Раббының ҡотҡарыуы – Уға үҙе диуар һәм нығытма.


Ул көндө гүзәл йөҙөм баҡсаһы өсөн йырлағыҙ.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Һәр тирә-яҡ күкрәп сәскә атыр, Шатланып тантана итер. Уға Ливандың даны, Кармәл менән Шарондың күркәмлеге бирелер. Һәммәһе Раббының шөһрәтен, Аллабыҙҙың ғиззәтен күрер.


Һөйөнсө килтергән Сион, бейек тауға сыҡ! Яҡшы хәбәр килтергән Йәрүсәлим, ҡысҡырып иғлан ит! Ҡурҡма, Йәһүҙә ҡалаларына ҡысҡыр: «Бына һеҙҙең Аллағыҙ!»


Эй күктәр, шатланып гөрләшегеҙ, Сөнки быны Раббы эшләне. Ҡыуанығыҙ, ер тәрәнлектәре, Тауҙар, урмандар, ундағы һәр бер ағас, Шатланып шаулағыҙ, Сөнки Раббы Яҡуп нәҫелен йолоп алды, Исраилда шөһрәтен күрһәтте.


Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр. Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


«Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Ҡыуаныстан ҡысҡыр! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, Шатлыҡтан йырла! Сөнки ташланған ҡатындың балалары Ирле ҡатындыҡынан күберәк булыр, – ти Раббы, –


Быны күреп йөҙөң балҡып китер, Йөрәгең ҡыуаныстан талпыныр; Сөнки диңгеҙ хазиналарын һиңә килтерерҙәр, Ҡәүемдәрҙең бар байлығы һиңә булыр.


Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруйлы, данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.


«Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор: Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ.


«Раббы беҙҙе аҡланы; Әйҙәгеҙ, Аллабыҙ Раббының был эшен Сионда иғлан итәйек!»


– Эй Сион-ҡыҙ, ҡыуан, күңел ас! Бына Мин киләм, арағыҙҙа төйәкләнәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ