Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 24:1 - Изге Яҙма

1 Бына Раббы, ерҙе харап итеп, бушлыҡҡа әйләндерәсәк, Донъяның аҫтын өҫкә түңкәреп, Унда йәшәүселәрҙе таратып ебәрәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Бына, Раббы, ерҙе харап итеп, бушлыҡҡа әйләндерәсәк, Донъяның аҫтын өҫкә түңкәреп, Унда йәшәүселәрҙе таратып ебәрәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Бына Раббы, ерҙе харап итеп, бушлыҡҡа әйләндерәсәк, Донъяның аҫтын өҫкә түңкәреп, Унда йәшәүселәрҙе таратып ебәрәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 24:1
45 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Самария менән Ахав нәҫелен нисек язалаһам, Йәрүсәлимде лә шулай язалайым. Нисек һауытты һөртөп, түңкәреп ҡуялар, Мин дә тап шулай итеп Йәрүсәлимде һөртөп, түңкәреп ҡуясаҡмын.


Әммә Мусаға, үҙеңдең ҡолоңа, әйткән һүҙеңде иҫеңә төшөр: «Әгәр ҙә һеҙ Миңә тоғро булмаһағыҙ, Мин һеҙҙе төрлө халыҡтар араһына сәсермен;


Мал-тыуарға аҙыҡ бирә, Ем һораған ҡарға балаларын ашата.


Шуға күрә күктәрҙе дер һелкетермен, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы дөрләгән көндө, Уның ярһыуынан ер урынынан ҡуҙғалыр!


Улар алыҫ илдән, күк көмбәҙенең ситенән килә: Раббы һәм Уның асыуының ҡоралы Бөтә ер йөҙөн тар-мар итәсәк.


Раббы ерҙе дер һелкетер өсөн ҡалҡҡас, Һәр кеше Уның дәһшәте, бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Ҡаялағы мәмерйәләргә, ер ярыҡтарына инеп боҫор.


Ер тотош сатнап ярылыр, тетрәр, Донъя селпәрәмә килер.


Иҫерек кеше һымаҡ сайҡалыр, Аласыҡ һымаҡ һелкенер, Гонаһтарҙың ауырлығы арҡаһында сүгер, Ҡолар ҙа башҡаса тора алмаҫ.


Нығытмалы ҡала бушап ҡалды, Ташландыҡ йорттар сүлдәй кешеһеҙ. Унда тик башмаҡтар ғына утлап йөрөй, Шунда ята, ботаҡтарҙы мөнтәп ҡорота.


Был ни тиклем аҡылһыҙлыҡ! Көршәксе балсыҡ менән бер булырмы? Әйбер үҙен яһаусы хаҡында: «Мине ул эшләмәне!» – тип әйтерме? Сүлмәк үҙен яһаған һөнәрсе тураһында: «Ул бер нәмә лә аңламай», – тиерме?


Әммә Ариилды ҡыҫынҡылыҡҡа төшөрәм, Ул зар илар, үкһер-һыҡтар. Ул Минең өсөн ҡорбан усағы булыр.


Раббының уларға яза таяғы менән һәр һуҡҡаны Дөңгөр һәм арфа ауаздары тарафынан оҙатылыр. Шулай Ул Ашшурға ҡаршы ҡул күтәрер – Улар менән һуғышыр.


Гүзәл баҫыуҙарҙы, Мул емешле йөҙөм баҡсаларын, Халҡымдың ерен ҡыҙғанып әрнегеҙ, Ул ерҙә сәнскәк менән билсән генә үҫәсәк, Шат ҡаланың бәхетле өйҙәре өсөн илағыҙ!


Ер иңрәй һәм кибә; Ливан оялышынан һулыған; Шарон тигеҙлеге сүлгә оҡшап ҡалды, Башан менән Кармәлдең япраҡтары ҡойолған.


Ул көнөн дә, төнөн дә һүнмәйәсәк, Һәр ваҡыт төтәп торасаҡ. Ил быуындан-быуынға буп-буш ҡалыр, Быуаттар буйы унан бер кем дә үтмәҫ.


Раббы бөтә ҡәүемдәргә асыуланды. Уларҙың ғәскәрҙәренә ҡаршы ажарланды. Уларҙы тотошлай һәләк ҡылыр, Ҡырылышҡа дусар итер.


Тауҙарҙы, ҡалҡыулыҡтарҙы ҡоротормон, Ундағы бар йәшеллек кибәсәк. Йылғаларҙы утрауҙарға әйләндерермен, Күлдәрҙе киптерермен.


Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын.


Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Шул саҡ Ҡареах улы Йоханан Миспала йәшертен генә Гедалъяһ менән һөйләште: – Рөхсәт ит, барып, Неҫанъяһ улы Исмәғилде үлтерәйем, – тине. – Был хаҡта бер кем дә белмәҫ! Ни өсөн уның һине үлтереүенә юл ҡуйырға? Юғиһә һинең яныңа йыйылған бөтә йәһүҙиҙәр таралып бөтөр, Йәһүҙәлә ҡалғандар һәләк булыр.


Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».


«Бабил батшаһы Навуходоносор Ашаны беҙҙе, кимерҙе; Буш туҫтаҡҡа әйләндерҙе, Аждаһалай йотто; Рәхәтләнеп ҡорһағын тултырҙы, Шунан беҙҙе сығарып ташланы.


Мин уларҙы үҙҙәре лә, ата-бабалары ла белмәгән ҡәүемдәр араһына таратам, тотош юҡ иткәнгә тиклем арттарынан ҡылыс ебәрәм.


Халыҡ йәшәгән ҡалалар емерелер, ер ташландыҡ булып ҡалыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Шунан буш ҡаҙанды ҡуҙға ултырт. Янһын, баҡыры ҡыҙһын. Бөтөн әшәкеһе көйөп бөтһөн; Юшҡыны юҡ булһын.


Раббы Хаким былай ти: «Бөтә ер йөҙөн ҡыуандырып, һине ер менән тигеҙләйәсәкмен.


Мин һине, Йәрүсәлим, харабаға әйләндерәм, тирә-яғыңдағы ҡәүемдәр һәм эргәңдән үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙең күҙе алдында хурлыҡҡа ҡалдырам.


Ҡамау көндәре тамамланғас, уларҙың өстән бер өлөшөн ҡала уртаһында утта яндыр. Икенсе өстән бер өлөшөн ҡала ситендә ҡылыс менән тураҡла. Өсөнсө өлөшөн елгә осор, һәм Мин улар артынан яланғас ҡылысымды ебәрермен.


Мин уларға ҡаршы ҡулымды күтәрәм, сүлдән Ривлаға тиклем улар йәшәгән бөтә урындарҙа илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Һеҙ йәшәгән бөтә урындарҙа ҡалалар харабаға әйләнер, табыныу ҡалҡыулыҡтары емерелер, шунлыҡтан ҡорбан усаҡтарығыҙ боҙолор, боттарығыҙ ватылыр һәм юҡ ителер, хуш еҫ төтәтә торған усаҡтарығыҙ ҡыйратылыр, үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән бөтә нәмәләрегеҙ юҡҡа сығыр.


Шул ваҡыт етте! Ул көн яҡынлашты! Һатып алған – һөйөнмәһен, һатҡан – көйөнмәһен, сөнки бөтә был өйөрҙөң өҫтөнә асыуым түгеләсәк.


Борғолар ҡысҡыртылды, бөтә нәмә лә әҙерләнде. Әммә бер кем дә һуғышҡа китмәйәсәк, сөнки асыуым бөтә был өйөр өҫтөнә ябырыла.


Раббы хозурында тауҙар тетрәр, Ҡалҡыулыҡтар ҡалтыраныр, Унан ҡурҡып, ер йөҙө, бар донъя Һәм унда йәшәүселәр тетрәнер.


Емерелде, ергә тигеҙләнде, Бушлыҡҡа әйләнде Ниневе. Йөрәк ҡалтырай, тубыҡ дерелдәй, Бөтөн тән ғазаптан тетрәнә, Йөҙҙәр ҡурҡыуҙан ағарына.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Илселәрҙе тапмағас, Ясонды һәм иманлы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Ошо әҙәмдәр бөтә ерҙә бола ҡуптарып йөрөй, әле улар бында ла килеп еткән.


Раббы һеҙҙе донъяның бер осонан икенсе осона, төрлө халыҡтар араһына таратыр. Унда үҙегеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа танымаған, ағастан һәм таштан яһалған башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Әйтер инем: ‘Сәсеп ебәрәм дә, Кешеләрҙең хәтеренән юйылһындар’.


Раббы һеҙҙе башҡа халыҡтар араһына таратыр, унда һеҙҙең бик аҙығыҙ ғына иҫән ҡалыр.


Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ