Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 23:12 - Изге Яҙма

12 «Эй мәсхәрә ителгән ғиффәтле Сидон-ҡыҙ, Бүтән кәйеф-сафа ҡора алмаҫһың! Тор, Киттимгә юллан, Тик унда ла тынғылыҡ тапмаҫһың».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 «Эй мәсхәрә ителгән ғиффәтле Сидон-ҡыҙ, Бүтән кәйеф-сафа ҡора алмаҫһың! Тор, Киттимға юллан, Тик унда ла тынғылыҡ тапмаҫһың».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 «Эй мәсхәрә ителгән ғиффәтле Сидон-ҡыҙ, Бүтән кәйеф-сафа ҡора алмаҫһың! Тор, Киттимгә юллан, Тик унда ла тынғылыҡ тапмаҫһың».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 23:12
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яуандың ул-нәҫелдәре: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм доданиҙар.


Ғүмер һөрөр Зевулун диңгеҙ яры буйында, Караптар туҡтай торған урында. Ерҙәренең сиге һуҙылыр Сидонға ҡәҙәр.


Борон замандарҙан уҡ нигеҙ һалынған, Кешеләрен алыҫ илдәрҙә төйәкләнергә оҙатҡан, Шатлыҡ-һөйөнөсө ташып торған Ҡалағыҙға һеҙҙең нимә булған?


Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Ғиффәтле Сион-ҡыҙ һинән мыҫҡыл итеп көлә; Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала.


«Эй ғиффәтле Бабил-ҡыҙ, Урыныңдан төш, тупраҡҡа ултыр. Халдей ҡыҙы, тәхетең юҡ, ергә ултыр! Бынан ары һине наҙлы, нәфис тип әйтмәҫтәр.


Раббы былай ти: «Халдей ҡыҙы, Ҡараңғыға олаҡ та шым ғына ултыр. Сөнки бынан ары һине „Батшалыҡтар хакимәһе“ тип йөрөтмәҫтәр.


Һин уларға шулай тип әйт: «Күҙҙәремдән йәшем аҡһын, Көнө-төнө туҡтамаһын, Сөнки ғиффәтле ҡыҙ – ғәзиз халҡым Тәрән бер йәрәхәт алды, Ауыр тетрәнеүгә дусар булды.


Барығыҙ киттиҙәр йәшәгән утрауға ҡарағыҙ; Ҡыдарға кешеләр ебәрегеҙ; Төпсөнһөндәр, белеп килһендәр: Бындайҙың берәй ҡасан булғаны бармы?


Эй һин, ғиффәтле ҡыҙ Мысыр, Ғилғәдкә барып, бәлзәм ал! Тик бушҡа ғына дауаланаһың, Һинең сиреңә шифа юҡ!


Диуарҙарым эсендәге ҡаһармандарымды – Һәммәһен дә бөйөк Хаким ситкә типте. Йәш егеттәремде ҡырыр өсөн, Миңә ҡаршы ғәскәр йыйҙы. Бөйөк Хаким ғиффәтле ҡыҙ Йәһүҙәне Йөҙөм иҙгән һымаҡ тапаланы.


Ауыр ҡоллоҡ, ғазап сиккән Йәһүҙә Инде һөргөнгә ҡыуылды. Ят ҡәүемдәр араһында төйәкләнде, Тик унда ла тынғылыҡ тапманы. Хәсрәт уртаһында уны Эҙәрләүселәре ҡыуып тотто.


Кешеләр уларға: «Китегеҙ, бысраҡтар! Китегеҙ, кит, ҡағылмағыҙ беҙгә!» – тип ҡысҡыра. Шуға күрә улар бынан ҡасып, Ят ҡәүемдәр араһында ҡаңғыра. Тик унда ла: «Улар арабыҙҙа ҡалмаһын!» – тиҙәр.


Ишкәктәрең – Башан имәненән; Палубаң фил һөйәге менән биҙәлгән, Киттим ярҙарынан килтерелгән Кипарис ағасынан яһалған.


Унда киттиҙәрҙең караптары килер, ул ҡурҡып кире сигенер. Уның Изге килешеүгә ҡарата асыуы ҡабарыр, һәм ул ниәтен бойомға ашырыу өсөн эш итә башлар. Ҡайтып барғанда, Изге килешеүҙән тайпылғандарға илтифатын күрһәтер.


Киттимдән караптар килер, Ашшурҙы ла, Ғевәрҙе лә ауыҙлыҡлар; Тик уларға ла һәләкәт килер!»


Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды.


Арфала уйнаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа, һыбыҙғысылар ҙа, борғо ҡысҡыртыусылар ҙа ишетелмәҫ инде һиндә. Бүтәнсә бер генә һөнәрсе лә, бер генә һөнәр ҙә булмаҫ, тирмән ташының тауышы ла ишетелмәҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ