Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 22:5 - Изге Яҙма

5 Бөйөк Хакимдың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Күренмештәр үҙәнендә Хафа, иҙеү, сыуалыш көнө; Диуарҙар емереләсәк, Аһ-зарҙар тауҙарға олғашасаҡ көн килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Хакимдың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының, Күренмештәр үҙәнендә Хафа, иҙеү, сыуалыш көнө; Диуарҙар емереләсәк, Аһ-зарҙар тауҙарға олғашасаҡ көнө килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Бөйөк Хакимдың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Күренмештәр үҙәнендә Хафа, иҙеү, сыуалыш көнө; Диуарҙар емереләсәк, Аһ-зарҙар тауҙарға олғашасаҡ көн килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 22:5
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тегеләр барып Ишағыяһҡа: – Хизкияһ: «Бөгөн ҡайғы, яза һәм мәсхәрә көнө. Сабый тыуымға килгән, әммә тыуҙырырға хәл ҡалмаған.


Нөгәрҙәр башлығы етәкселегендә халдейҙар ғәскәре Йәрүсәлимде уратып алған диуарҙарҙы емерҙе.


Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды.


Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


Күренмештәр үҙәнлеге тураһында әүлиәлек. Эй ҡала халҡы, ни булды, Бөтәгеҙ ҙә өй түбәләренә менгәнһегеҙ?


Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.


Тегеләр барып Ишағыяһҡа: – Хизкияһ: «Бөгөн ҡайғы, яза һәм мәсхәрә көнө. Сабый тыуымға килгән, әммә тыуҙырырға хәл ҡалмаған.


Ә хәҙер һеҙгә баҡсам менән нимә ҡыласағымды белдерәм: Ҡоймаһын алып ырғытам – уны бөткәнсе йыйып алһындар. Диуарын емерәм – тапап бөтөрһөндәр.


«Һыҡҡыста йөҙөмдө бер яңғыҙым һыҡтым; Янымда халыҡтарҙан һис кем юҡ ине. Асыу менән тапаным уларҙы, Дәһшәтләнеп-ярһып тапаланым. Ҡандары кейемемә сәсрәне; Бөтөн өҫ-башымды бысратты.


Асыу менән тапаланым халыҡтарҙы, Ярһыу менән иҫерттем уларҙы, Ҡандарын ергә ағыҙҙым».


Аһ, ҡайһылай ҡурҡыныс көн! Быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ ине – Был – Яҡуп нәҫеле өсөн һәләкәт осоро. Әммә был көндән халҡым ҡотолор».


Дошмандары уға башлыҡ булды, Уны иҙеүселәр рәхәтләнә; Сөнки Раббы гонаһтары хаттин ашҡан өсөн Сионды ғазапҡа дусар итте, Балаларын әсирлеккә дошман ҡыуып алып китте.


Яҡуп нәҫеле йәшәгән һәр төйәкте Йәлләмәне бөйөк Хаким – һәләк итте. Асыуынан Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Батшалыҡты, хакимдарын мәсхәрәләп ергә йыҡты.


Раббы Сион-ҡыҙҙың диуарҙарын емерергә ҡарар ҡылды: Үлсәү ебен һуҙҙы, емереүҙән ҡулын тыйманы. Инде нығытма, диуарҙар һыҡтай, Барыһы ла харап булып ята.


Ҡаза килеп етте, эй был илдә йәшәүселәр! Ваҡыт етте! Тауҙарҙа һөйөнөс ауаздары түгел, ҡурҡыу тауыштары хөкөм һөргән көн килде!


Исраилдың гонаһына сәбәп булған Бейт-Ауендың табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителер. Ҡорбан усаҡтарын билсән, сәнскәк баҫыр. Шунда тауҙарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!», Ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!» – тиерҙәр.


Уларҙың иң яҡшыһы – дегәнәк кеүек, Иң ғәҙеле – сәнскәк ҡыуаҡ. Ләкин бына күҙәтселәр иҫкәрткән көн – Яза көнө килеп етте, Ҡаушау солғап алыр уларҙы.


Ул көн булыр асыу көнө, Ҡайғы һәм ғазап көнө, Емереклек, харабалар көнө, Ҡараңғылыҡ, дөм ҡараңғылыҡ көнө, Болотло һәм тома ҡараңғылыҡ көнө.


Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.


Шул көндәрҙә кешеләр тауҙарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!», ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!» – тип әйтер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ