Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 21:2 - Изге Яҙма

2 Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 21:2
44 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.


Һошеяғтың батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылында Ашшур батшаһы ҡаланы ҡулға төшөрҙө һәм Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә алып китте. Уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына төйәкләндерҙе.


Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.


Һинең тоғро мөхәббәтең күҙ алдымда, Мин Һиңә һәр саҡ тоғромон.


Төшөнкөлөк күңелемде алды, Ер сигенән саҡырамын Һине. Артыла алмаҫлыҡ ҡаяға алып мен мине,


Күләгәһе тауҙарҙы ҡапланы, Ботаҡтары – ғорур кедрҙарҙы.


Айыҡ аҡыл илтифат ҡаҙана, мәкер юлы һәләкәткә илтә.


Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Бабил батшаһын мыҫҡыллап, ошо һүҙҙәрҙе әйтерһең: «Бына иҙеүсе нисек дөмөктө, Залимлыҡтың ахыры етте!


Хәҙер иһә бөтә донъя кинәнеп ял итә, Шатланып йырлай.


Ғеламдар, уҡ-һаҙаҡ алып, Һуғыш арбаларында ла, һыбайлап та килә. Ҡыйр халҡы ҡалҡандарын күтәргән!


Ерҙең иң ситенән беҙ йыр ишетербеҙ: «Хаҡлыҡ эйәһенә дан-шөһрәт!» Тик мин: «Бөттөм! Бөттөм! Ҡайғы миңә! – тинем. – Хыянатсылар хыянаттарын дауам итер, Эйе, залимдар залимдарса ҡыланыр!»


Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.


Зимри, Ғелам, Мадайҙың барлыҡ батшаларына;


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


Мин арығандарға һыу бирермен, Талсыҡҡандарҙы ашатырмын.


«Хәсрәт төштө башыма! – тип зарланаһың. – Сөнки Раббы, әрнеүемә өҫтәп, ҡайғы бирҙе. Ыңғырашып хәлдән тайҙым, тынғылыҡ тапмайым», – тиһең.


Йәһүҙәнең батшаһы Сидкияһ хакимлыҡ итә башлаған көндәрҙә Йермеяһ пәйғәмбәргә Ғелам тураһында Раббы һүҙе булды.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Мин Ғеламдың йәйәһен, Ҡеүәтенең төп таянысын һындырам.


Бабилды уратып, сафҡа теҙелегеҙ, Эй һеҙ, ян керешен тартыусылар, Атығыҙ, уғығыҙҙы йәлләп тормағыҙ, Сөнки ул Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылды.


Әммә уларҙың Йолоп алыусыһы ҡеүәтле, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме. Үҙенең халҡын Ул мотлаҡ яҡлар, Илдәренә именлек килтерер, Бабилда йәшәүселәрҙең тыныслығын алыр.


Уҡтарығыҙҙы ослағыҙ! Һаҙаҡтарығыҙға тултырығыҙ! Раббы, Үҙенең ҡорамы өсөн үс алырға, Бабилды һәләк ҡылырға ниәт итеп, Мадай батшаларын Бабилға ҡаршы ҡуҙғатты.


Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.


Бабил хатта күккә олғашһа ла, Бейек ҡәлғәләрен нығытһа ла, Минән уға ҡыйратыусылар киләсәк», – тип белдерә Раббы.


Уларҙың бөтә был яуызлыҡтарына ҡара, Гонаһтарым арҡаһында нисек язаланһам, Улар ҙа шулай әрнеһен. Ыңғырашыуҙарым ауыр минең, Йөрәгемдән ҡан һарҡыла».


Пәрәс – «Һинең батшалығың, бүлгеләнеп, мадайҙар менән фарсыларға бирелде».


Шул саҡ Белшассар бик ҡаты ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, вәзир-бәктәренең дә күңелен шом баҫты.


Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.


Һин күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе – Мадай һәм Фарсы батшалары.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыстан табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


Һинең менән минең аралағын Раббы Үҙе хөкөм итһен, миңә ҡылған яуызлығың өсөн язаны Раббы һиңә Үҙе бирһен. Ә мин һиңә ҡаршы ҡул күтәрмәйәсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ