15 Ҡалҡыу манараларға, нығытылған диуарҙарға,
Ул батып барған кешеләй Бар көсө менән сығырға маташһа ла, Ҡулын һуҙыуҙан һис файҙа булмаҫ, Раббы уның ғорурлығын түбәнһетер.
Моавтың бейек диуарҙарын емереп ташлар, Ҡолатыр ҙа саң-туҙанға әйләндерер.
Ошо көндө, оло ҡырылыш, манаралар ҡолаған көндө, Һәр тауҙан, һәр бер түбәнән Шишмәләр, ташҡын һыуҙар ағып төшөр.
Нығытмалы ҡалаларға, Бейек-бейек ҡәлғәләргә янап, Яуға саҡырып борғо ҡысҡыртыр, Һуғыш орандары яңғыратыр көн был.