Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 19:24 - Изге Яҙма

24 Ул көндө Исраил, ошо ике ил – Мысыр менән Ашшур дәрәжәһендәге ил булып, бөтә донъя уртаһында хәйер-фатиха бирә торған ергә әүерелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Ул көндө Исраил, ошо ике ил – Мысыр менән Ашшур дәрәжәһендәге ил булып, бөтә донъя уртаһында хәйер-фатиха бирә торған ергә әүерелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Ул көндө Исраил, ошо ике ил – Мысыр менән Ашшур дәрәжәһендәге ил булып, бөтә донъя уртаһында хәйер-фатиха бирә торған ергә әүерелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 19:24
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Ул көн Мысырҙан Ашшурға оло юл булыр. Ашшурҙар – Мысырға, мысырҙар Ашшурға йөрөр. Мысыр халҡы менән Ашшур халҡы бергәләшеп Раббыға сәждә ҡылыр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға фатиха биреп: «Эй халҡым – Мысыр, ҡулдарымдың ижады – Ашшур һәм Үҙемдең биләмәм Исраил, фатихалы булығыҙ!» – тип әйтер.


Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр.


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин ҡулымды һуҙып, ҡәүемдәргә ишара бирермен, Халыҡтарға байрағымды күтәрермен. Улар һинең улдарыңды – ҡосаҡтарында, Ҡыҙҙарыңды яурындарында килтерер.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».


Инде улар һалған йорттарҙа башҡалар йәшәмәҫ, Улар үҫтергән йөҙөм ағасының емешен башҡалар ашамаҫ, Халҡымдың ғүмере ағастар ғүмереләй оҙон булыр, Мин һайлап алғандар үҙ хеҙмәт емешенең рәхәтен күрер.


Раббы былай ти: «Йөҙөм тәлгәшендә һут булғанда: „Әрәм итеп ҡуйма, унда бәрәкәт бар“, – тиҙәр. Ҡолдарым хаҡына Мин дә шулай эшләрмен, Уларҙың һәммәһен дә һәләк итмәм.


Раббы былай ти: «Бына Мин Сионға именлек-бәрәкәтте йылға һымаҡ, Ҡәүемдәрҙең байлығын ташҡын һыу кеүек ағыҙырмын. Сион һеҙҙе имсәк бала һымаҡ, күтәреп йөрөтөр, Тубығына ултыртып иркәләр.


Уларҙың үҙҙәренә лә, әйләнә-тирәләге ҡалҡыулыҡтарыма ла бәрәкәт күндерермен. Ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, улар хәйер-фатиха ямғырҙары булыр.


Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!»


Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ, халҡың Исраилдың Даны.


Улар үҙҙәре шундай ҡарарға килде; һәм, ысынлап та, элекке мәжүсиҙәрҙең хәҙерге имандаш йәһүд туғандары алдында бурысы бар. Йәрүсәлимдәге иман тотоусыларҙың рухи байлығын уртаҡлашҡанға күрә, уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тейештәр.


Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.


Эй ҡәүемдәр! Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ, Сөнки ҡолдарының ҡаны өсөн Дошмандарынан үс алыр, Үҙенең ерен һәм халҡын паклар».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ