Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 19:20 - Изге Яҙма

20 Былар – Мысырҙа Күк ғәскәрҙәре Раббыһы тураһында билдә һәм шаһитнамә булыр. Иҙелгән халыҡ Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы ебәрер. Ул халыҡты яҡлар һәм азат итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Былар – Мысырҙа Күк ғәскәрҙәре Раббыһы тураһында билдә һәм шаһитнамә буласаҡ. Иҙелгән халыҡ Раббыға ябарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы ебәрәсәк. Ул халыҡты яҡлаясаҡ һәм азат итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Былар – Мысырҙа Күк ғәскәрҙәре Раббыһы тураһында билдә һәм шаһитнамә булыр. Иҙелгән халыҡ Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы ебәрер. Ул халыҡты яҡлар һәм азат итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 19:20
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Йылдар үтте. Мысыр батшаһы вафат булды. Исраил халҡы ауыр эштән иңрәне, ярҙам һорап ялбарҙы – һәм уларҙың һыҡтауы Аллаға барып етте.


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Мысырҙарҙы аяуһыҙ хаким ҡулына тапшырырмын. Улар менән ҡаты бәғерле батша идара итер». Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.


Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.


Мин, бары Мин генә – Раббы, Минән башҡа Ҡотҡарыусы юҡ.


Сөнки Мин – һинең Аллаң Раббымын, Исраилдың Изгеһемен, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. Һинең өсөн йолом итеп Мысырҙы бирҙем; Куш менән Севаны түләнем.


Ысынлап та, Һин Үҙеңде йәшергән Аллаһың, Исраил Аллаһы, Ҡотҡарыусы!


Инде хәҙер Миңә ни эшләргә? – тип белдерә Раббы, – Халҡым нахаҡҡа алып кителде, Уның хакимдары илай, – тип белдерә Раббы. – Һәр саҡ, көндәр буйы исемем мыҫҡыл ителә.


Сәнскеле ҡыуаҡ урынына – кипарис, Кесерткән урынына мирт үҫеп сығыр. Былар барыһы ла Раббы өсөн шөһрәт, Мәңгелек, юғалмаҫ билдә булыр.


Ҡәүемдәр һәм батшалыҡтар Әсә кеүек һине имеҙәсәк. Шул заманда Минең Ҡотҡарыусы Раббы, Һине йолом биреп һатып алған Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһе икәнемде белерһең.


Раббы әйтте: «Дөрөҫ, улар – Минең халҡым, Миңә хыянат итмәйәсәк балаларым!» Шулай итеп, Алла уларға Ҡотҡарыусы булды.


Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Хаким.


Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.


Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра, ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағына барып етте.


Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары был ҡорбан усағына исем биреп: «Раббы – беҙҙең Аллабыҙ. Был ҡорбан усағы һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә шуны раҫлаусы шаһит булһын», – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ