Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 19:18 - Изге Яҙма

18 Ул көндө Мысырҙа Ҡәнғән телендә һөйләшкән һәм Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән ант иткән биш ҡала буласаҡ. Уларҙың береһе Ҡояш ҡалаһы тип аталасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Ул көндө Мысырҙа Ҡәнғән телендә һөйләшкән һәм Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән ант иткән биш ҡала буласаҡ. Уларҙың береһе Ҡояш ҡалаһы тип аталасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Ул көндө Мысырҙа Ҡәнғән телендә һөйләшкән һәм Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән ант иткән биш ҡала буласаҡ. Уларҙың береһе Ҡояш ҡалаһы тип аталасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 19:18
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Башта донъяла бер тел булып, кешеләр бер үк төрлө һүҙҙәрҙе ҡуллана ине.


үҙ ағай-энеләренә, уларҙың иң арҙаҡлыларына ҡушылды. Алланың ҡоло Муса аша бирелгән ҡанунына ярашлы йәшәргә, Хакимыбыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын, ҡарар һәм ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, әгәр ҙә үтәмәһәләр, Алланың ләғнәтенә дусар булырға ант итеп йөкләмә алдылар.


Аллам исеменә маҡтау йырлармын, Уны шөкөрана ҡылып ҙурлармын.


Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар.


Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр.


Раббы шулай Үҙен Мысырҙа танытр; Мысыр халҡы ла ул көн Раббыны таныр, Уға ҡорбан, саҙаҡалар килтерер, нәҙерҙәр әйтеп, уларҙы ғәмәлгә ашырыр.


Әҙәмдең тәкәббер ҡарашы шиңер, Ғорурлығы селпәрәмә килер. Ул көндө тик Раббы ғына юғары күтәрелер.


Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр.


Был илдә кем үҙенә фатиха һорай, Шул Тоғро Алла исеме менән доға ҡылыр. Илдә әгәр берәйһе ант итһә, Тоғро Алланың исеме менән ант итер. Элекке ҡайғылар онотолор, Хәсрәт күҙ алдымдан юҡҡа сығыр».


Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар.


«Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн, Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.


Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ