Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 19:1 - Изге Яҙма

1 Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына, Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 19:1
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!


Әмер бирҙе: саранчалар ябырылды, Һәр тарафты ҡорт-ҡарышлауыҡ баҫты.


Раббының нәсихәттәре дөрөҫ – күңелде һөйөндөрә; Раббы бойороҡтары аныҡ – күҙҙе аса;


Ҡысҡыра-ҡысҡыра хәлдән тайҙым, Тамағым ҡарлығып кипте, Алламдың ярҙамын көтә-көтә Күҙҙәремдең нуры бөттө.


Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы.


Амус улы Ишағыяһтың Бабилдың киләсәге хаҡында күргән әүлиәлеге.


Шуға күрә һәммәһенең ҡулдары һәленеп төшөр, Һәр кешенең ҡурҡыуҙан йөрәге ирер.


Ул көн Мысыр халҡы ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ҡурҡаҡ буласаҡ. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының үҙҙәренә ҡаршы күтәргән ҡулынан ҡурҡып, ҡалтырап торасаҡтар.


Бына күрәм: яу арбалары һәм һыбайлылар Ҡушарлап-ҡушарлап килә». Һуңынан ул: «Бабил ҡолатылды, бәреп төшөрөлдө! Илаһтарының һындары Ергә төшөп, селпәрәмә килде», – тип хәбәр бирҙе.


Шулай уҡ мин уны Мысыр батшаһы фирғәүенгә, уның хеҙмәтселәренә, түрәләренә һәм бөтә халҡына,


Бына дошман болот һымаҡ күтәрелә, Яу арбалары ғәрәсәт кеүек килә; Аттары бөркөттән етеҙерәк. Ҡайғы беҙгә! Һәләк булдыҡ!


Ни өсөн һеҙ үҙ ҡулдарығыҙ эшләгән боттарығыҙ менән Мине асыуландыраһығыҙ, үҙегеҙ йәшәргә тип килгән Мысыр ерендә сит илаһтарға хуш еҫ төтәтәһегеҙ? Былай бит һеҙ үҙегеҙҙе һәләк итәһегеҙ. Ерҙәге бөтә ҡәүемдәрҙең ҡарғыш һәм мәсхәрәһенә дусар буласаҡһығыҙ!


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.


Раббы Хаким былай ти: «Мин бөтә боттарҙы емерәм, Нофтағы илаһ һындарын юҡҡа сығарам. Инде Мысырҙа хаким ҡалмаясаҡ, илгә дәһшәт һаласаҡмын.


Йәһүҙәнең халҡын яфалаған, Ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡанын түккәнгә күрә Мысыр харабаға әйләнер, Эдом буш далаға әүерелер.


Ниневе тураһында әүлиәлек. Әлҡоштан Нахумдың күренмеш китабы.


Раббы асыуланмай оҙаҡ түҙә, Әммә ҡеүәте Уның сикһеҙ; Золомдо язаһыҙ ҡалдырмай, Уның юлы – дауыл, ғәрәсәттер, Ә болот – аяғы аҫтындағы туҙан.


Улар хәсрәт диңгеҙен кискәндә, Шашҡын тулҡындар баҫылыр. Нил йылғаһының тәрәнлектәре ҡорор. Ашшурҙың тәкәбберлеге шиңер, Мысырҙың батшалыҡ таяғы ҡулынан төшөр.


Әгәр мысырҙар ҙа юлға сығырға һәм бында килергә баш тартһа, уларҙа ла ямғыр яумаҫ. Раббы уларға ла, Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға Йәрүсәлимгә килмәгән башҡа ҡәүемдәргә күндергән кеүек, ҡырғын ебәрер.


Ул ваҡытта мысырҙар Раббы һәләк иткән бөтә беренсе булып тыуған улдарын ерләй ине – был Раббының уларҙың аллалары өҫтөнән хөкөм ҡылыуы булды.


Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ! Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға Болотҡа атланып күктән елә.


Быларҙы ишеткәс, ҡотобоҙ осто, бер кемебеҙҙең дә һеҙгә ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы. Сөнки һеҙҙең Аллағыҙ Раббы – юғарыла, күктә, һәм түбәндә, ерҙә, хакимлыҡ иткән Алла бит! – тине. –


– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.


уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.


Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ