Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 17:13 - Изге Яҙма

13 Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерәләр. Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле буласаҡтар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 17:13
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Нисә тапҡыр ел осорған һалам һымаҡ, Дауыл елгәргән кәбәк кеүек булдылар?


Әйттем: „Ошонда тиклем киләһең, артабан сыҡмайһың. Бында туҡтар ғорур тулҡындарың“.


Ә яуыздар ундай түгел, Ел осорған кәбәк кеүек улар.


Түшәктә лә тик яуызлыҡ уйлап ятыр, Ямандан күңеле ҡайтмаҫ, боҙоҡлоҡ юлына баҫыр.


Ҡөҙрәте менән мәңге хакимлыҡ итә, Күҙе менән ҡәүемдәрҙе байҡап тора: Фетнәселдәр Уға ҡаршы ҡалҡмаһындар! Села


Эй халыҡтар, Аллабыҙға шөкөрана ҡылығыҙ, Маҡтау ауаздарығыҙ яңғырап торһон.


Сөнки Һин хөкөм ҡылдың, дәғүәмде ҡараның; Ғәҙел хөкөмдар булып тәхетеңдә ултырҙың.


Ашшурҙарҙы Үҙ еремдә тар-мар итәм, Тауҙарымда уларҙы тапап бөтөрәм. Халҡым Ашшур ҡамытынан, Яурындарындағы йөктән ҡотоласаҡ.


Сөнки улар ҡылыстан ҡасалар, Ҡындан сыҡҡан яланғас ҡылыстан, Кирелгән йәйәнән, Һуғыш золомонан ҡаса улар.


Туп кеүек әүәләр, шунан Ике ҡуллап иркен бер илгә сойорғотор. Һин – хужаң йортон мәсхәрә иткән бәндә, Шунда үлерһең. Күркәм яу арбаларың унда ҡалыр!


Ул көн Раббы Ливъяҫанды, ҡасып барған йыланды, Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды, Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ; Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк.


Әммә һанһыҙ дошмандарың саң-туҙан, Яуыз сиреүҙәре елгә осҡан кәбәк кеүек булыр. Көтмәгәндә, күҙ асып йомған арала


Һулышы – ярҙарынан сыҡҡан ташҡын кеүек, Һыуы кешенең боғаҙына етә. Ул ҡәүемдәрҙе иләктән үткәрер, яраҡһыҙҙарын айырыр. Халыҡтарҙың ауыҙына юлдан яҙҙырыусы ауыҙлыҡ кейҙерер.


Раббы Үҙе улар өсөн йәрәбә ташланы, Үлсәү бауы менән үлсәп өлөш бүлде. Улар был ергә мәңгегә хужа булыр, Быуындан-быуынға шунда йәшәр.


Раббы өсөн ҡәүемдәр – биҙрәләге тамсы һыу, Үлсәүҙәге саң бөртөгө кеүек. Бына, утрауҙарҙы Ул туҙан бөртөгөләй күтәрә!


Улар яңы ултыртылған, сәселгән үҫенте һымаҡ: Ергә саҡ-саҡ тамырланыуҙары була, Ул, тынын өрөп, уларҙы ҡорота ла, Дауыл һалам кеүек осороп алып китә.


Һиңә асыу һаҡлағандар һәммәһе оятҡа ҡалыр, хур булыр. Һиңә ҡаршы сыҡҡандар һәләк булыр, юҡҡа сығыр.


Мин бөйөк Хаким, Евфраттың ҡөҙрәтле ташҡын һыуҙарын – Ашшур батшаһы менән уның ҡеүәтен – Был халыҡтың өҫтөнә ебәрәм. Ошо ташҡын бөтә үҙәндәрҙе тултырып, Ярҙарынан ташып сығасаҡ,


Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш, алтын, ваҡланып, йәйге ырҙындағы кәбәк һымаҡ булды. Ел уларҙың бөтәһен дә осороп алып китте, хатта эҙҙәре лә ҡалманы. Ә һәйкәлгә килеп бәрелгән таш, оло тауға әйләнеп, бөтә ер өҫтөн баҫып алды.


Шуның өсөн улар таңғы томан һымаҡ булыр, Иртәнсәк кипкән ысыҡҡа оҡшап ҡалыр, Ырҙындан ел осорған кәбәктәй ғәйеп булыр, Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә оҡшап ҡалыр.


Һеҙҙең өҫтән ҡарар ҡылынғансы, Кәбәк кеүек осоп көн үткәнсе, Раббының дәһшәтле ярһыуы, Раббының асыу көнө Өҫтөгөҙгә килеп ябырылғансы йыйылығыҙ!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ