Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 17:10 - Изге Яҙма

10 Сөнки, эй Исраил, ҡотҡарыусы Аллаңды оноттоң. Һыйынысың булған Ҡаяңды иҫкә алманың. Шуға күрә күркәм үҫемлектәр ултыртһаң да, Ят үҫентеләр тамырландырһаң да,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Сөнки, эй Исраил, ҡотҡарыусы Аллаңды оноттоң. Һыйынысың булған Ҡаяңды иҫкә алманың. Шуға күрә күркәм үҫемлектәр ултыртһаң да, Ят үҫентеләр тамырландырһаң да,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Сөнки, эй Исраил, ҡотҡарыусы Аллаңды оноттоң. Һыйынысың булған Ҡаяңды иҫкә алманың. Шуға күрә күркәм үҫемлектәр ултыртһаң да, Ят үҫентеләр тамырландырһаң да,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 17:10
48 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйтегеҙ: «Ҡотҡар беҙҙе, эй Аллам, Беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ! Беҙ мөҡәддәс исемеңә шөкөр итһен, Һинең шөһрәтең менән маҡтанһын өсөн Йыйып ал беҙҙе ҡәүемдәр араһынан, азат ит».


Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар; Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.


Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!


Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен.


Раббы кемдең ғәйебен иҫәпкә алмаған, шул бәхетле, Булмышында хәйлә булмаған кеше бәхетле!


Эй килегеҙ, Алланың ғәмәлдәрен күрегеҙ! Ниндәй дәһшәтле хикмәттәр ҡылды Әҙәм улдарының күҙ алдында:


Мысырҙан бер йөҙөм ботағы алып килдең, Ҡәүемдәрҙе ҡыуып, уны тупраҡҡа ултырттың.


Мин бәндәңдең күңелен һөйөндөр, Йәнемде Һин Хакимыма олғаштырам.


Раббы Үҙен танытты һәм хаҡ хөкөм ҡылды, Залимдар үҙҙәре ҡуйған тоҙаҡҡа ҡапты. Һиггайон Села


Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»


Ул көн Исраилдың нығытылған ҡалалары, урман һәм тау баштары кеүек, буп-буш ҡалыр.


Йөҙөм сәскәләрен ҡойоп, емештәре тумалғас, Уңыш өлгөргәнде көтмәйенсә, Раббы баҡсасы бысағы менән үҫентеләрҙе ҡырҡасаҡ, Үҫентеләр киҫеп алынасаҡ.


Һин ярлы өсөн – һыйыныс, Ауыр ваҡытта фәҡиргә – ҡәлғә, Ғәрәсәттә – ышыҡ, эҫелә күләгә булдың. Сөнки залимдарҙың һулышы – Диуарға ҡаҡлыҡҡан ҡойон һымаҡ.


Һеҙ Раббыға һәр саҡ инанығыҙ, Сөнки ЙәһүәАлла – мәңгелек Ҡаябыҙ.


Ә һеҙ изге байрам кисендәге кеүек йырларһығыҙ. Раббы тауына, Исраилдың Ҡаяһына табан, Һыбыҙғы уйнатып сыҡҡан һымаҡ, Бөтә йөрәктән шатланырһығыҙ.


Йә Раббы! Һин беҙгә мәрхәмәтле бул, Сөнки бөтә өмөтөбөҙ Һиндә. Һәр иртә беҙҙең ҡеүәтебеҙ бул, Ауыр саҡта ҡотҡарыусыбыҙ бул!


Дәһшәткә төшмәгеҙ, ҡурҡмағыҙ: Мин быларҙы борондан уҡ һеҙгә белдермәнемме ни? Һеҙ – Минең шаһиттарым. Минән башҡа алла бармы? Башҡа Ҡая юҡ; Мин бүтәнде белмәйем!»


Һеҙҙе яратҡан, күктәрҙе киргән, Донъяның нигеҙен ҡорған Раббыны нисек онотаһығыҙ? Һеҙҙе ҡырмаҡсы булған залимдың асыуынан Ниңә һәр ваҡыт, көнө буйы тетрәнәһегеҙ? Әммә ҡайҙа һуң ул залимдың асыуы?


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Раббы ерҙең алыҫ тарафтарына белдерҙе: «Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: „Ана Ҡотҡарыусың килә; Әжере – Уның менән, бүләге алдынан атлай“.


Минең халҡым бойҙай сәсте, Билсән урып алды, Хәлдән тайғансы эшләне, Әммә файҙаһын күрмәне. Раббының ялҡынлы ярһыуы арҡаһында Оятҡа ҡалдығыҙ – уңышығыҙҙан мәхрүм булдығыҙ».


Эй Исраилдың өмөтө Раббы! Һине инҡар иткәндәрҙең һәммәһе оятҡа ҡалыр. Һинән йөҙ борғандар туҙандағы яҙыу кеүек юйылыр, Сөнки улар Раббыны – тере һыу шишмәһен ташланылар.


Еткән ҡыҙ – биҙәүестәрен, Кәләш туй кейемен онотормо? Ә халҡым Мине күптән онотто.


Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа ыңғырашыу – Исраил халҡының һыҡтап ялбарыуы ишетелә. Сөнки улар тоғро юлдан яҙҙы, Раббыны, үҙҙәренең Аллаһын, онотто.


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һин Мине оноттоң, Миңә артың менән боролдоң, шуға күрә әхлаҡһыҙлығыңдың һәм фәхешлегеңдең язаһын күр».


Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин дә һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәҫһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон.


Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».


Ҡоро тупраҡ аҫтында орлоҡтар кибеп ҡалды. Келәттәр буш, ырҙын емерелде, Сөнки һаҡларға ашлыҡ юҡ.


Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.


Көсөгөҙ юҡҡа исрафланыр, тупрағығыҙ уңыш, ерегеҙҙәге ағастар емеш бирмәҫ.


Игенләтә һалым алып, Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә, Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа, Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә. Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә, Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ.


Мин Раббымда ҡыуаныс табырмын. Алла Ҡотҡарыусым булғанға, Шатлыҡ менән ҡауышырмын.


Байлыҡ-ниғмәттәре таланасаҡ, Йорттары харабаға әйләнәсәк. Һалған өйҙәрендә йәшәмәҫтәр, Үҫтергән йөҙөмдәренең шарабын эсмәҫтәр».


Ҡыҙ йәрәшерһең, әммә уның менән башҡа берәү йоҡлар. Өй һалырһың, әммә унда йәшәй алмаҫһың. Йөҙөм баҡсаһы ултыртырһың, тик емешен ауыҙ итә алмаҫһың.


Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.


Һиңә йәшәү биргән Ҡаяңды оноттоң, Үҙеңде донъяға килтергән Алланы хәтереңдән сығарҙың.


Уларҙың ҡаяһы беҙҙең Ҡая һымаҡ түгел. Улар быны үҙҙәре лә белә.


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


Шул саҡта абай бул! Һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Раббыңды онотма!


Ҡара уны, Раббының бөгөн минең аша һеҙгә белдергән бойороҡтарын, ҡанундарын һәм ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, Аллаң Раббыны онотоуҙан һаҡлан.


ҡара уны, йөрәгең тәкәбберләнеп, Раббыны, һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңды, онота күрмә.


Әгәр Аллаң Раббыны онотоп, башҡа илаһтар артынан китһәң, уларға хеҙмәт итеп алдарында баш эйһәң, бөгөн шаһитлыҡ ҡылып әйтәм, һеҙ юҡҡа сығасаҡһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ