Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 14:31 - Изге Яҙма

31 Эй ҡапҡалар, үкһеп-үкһеп илағыҙ! Эй ҡала, буҫлығып-буҫлығып иңрә! Эй Пелешеҫ иле, ҡурҡыштан ҡалтырап тор. Сөнки төньяҡтан төтөн болото ағыла, Дошман ғәскәрҙәре сафтарын боҙмай атлай».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

31 Эй ҡапҡалар, үкһеп-үкһеп илағыҙ! Эй ҡала, буҫлығып-буҫлығып иңрә! Эй Пелешеҫ иле, ҡурҡыштан ҡалтырап тор. Сөнки төньяҡтан төтөн болото ағыла, Дошман ғәскәрҙәре сафтарын боҙмай атлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Эй ҡапҡалар, үкһеп-үкһеп илағыҙ! Эй ҡала, буҫлығып-буҫлығып иңрә! Эй Пелешеҫ иле, ҡурҡыштан ҡалтырап тор. Сөнки төньяҡтан төтөн болото ағыла, Дошман ғәскәрҙәре сафтарын боҙмай атлай».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 14:31
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һыҡтағыҙ! Сөнки Раббының көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ебәргән Һәләкәт булып килә ул көн!


«Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма, Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр. Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр.


Бына шуның өсөн Моав үҙен йәлләп, үкереп илай, Барыһы йәш түгә. Ҡир-Харәсәҫтең йөҙөм ҡағын һағынып Моңайыр һәм хәсрәтләнер.


Ашшур батшаһы Саргон үҙенең ғәскәр башлығын Ашдод ҡалаһына ебәрҙе. Ғәскәр башлығы барып, ул ҡаланы яулап алды.


Ҡала тотош бушап ҡалған, Ҡапҡалары емерелгән.


Ул көндө Йәһүҙә ерендә ошондай йыр йырланыр: «Беҙҙең ҡалабыҙ көслө! Раббының ҡотҡарыуы – Уға үҙе диуар һәм нығытма.


Раббының китабынан табып уҡығыҙ: Ошоларҙың береһе лә килмәй ҡалмаҫ, Һәр йәнлек үҙенең ишен табыр. Сөнки был әмер Раббының ауыҙынан сыҡты, Уның рухы уларҙы бергә йыйыр.


«Мин Үҙем һинең алдыңдан барырмын, Тауҙарҙы тигеҙлеккә әйләндерермен, Баҡыр ишектәрҙе емерермен, Тимер биктәрҙе ватырмын.


Раббы миңә былай тине: – Был илдә йәшәүселәр өҫтөнә төньяҡтан афәт түгелер.


«Раббы былай ти: „Бына, төньяҡтан һыуҙар урғылып килә, Ул, ташҡан йылға һымаҡ, Ерҙе, уның өҫтөндәге бар нәмәне, Ҡаланы һәм уның халҡын баҫыр. Кешеләр иңрәп ҡысҡырыр, Илдә йәшәүселәр үкереп илар.


Пелештиҙәрҙең һәләкәт көнө килә, Тирға, Сидонға ярҙам итерлек Тере ҡалған һәр кем ҡырылыр. Раббы пелештиҙәрҙе, Кафтор утрауынан килгәндәрҙең иҫән ҡалғандарын юҡ итер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ