Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 13:2 - Изге Яҙма

2 «Яланғас тауҙың башында әләм күтәрегеҙ! Һөрәнләгеҙ яугирҙәргә, Ҡул болғағыҙ: әйҙә улар Затлылар йөрөй торған ҡапҡанан эскә инһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 «Яланғас тауҙың башында әләм күтәрегеҙ! Һөрәнләгеҙ яугирҙәргә, Ҡул болғағыҙ: әйҙә улар Затлылар йөрөй торған ҡапҡанан эскә инһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 «Яланғас тауҙың башында әләм күтәрегеҙ! Һөрәнләгеҙ яугирҙәргә, Ҡул болғағыҙ: әйҙә улар Затлылар йөрөй торған ҡапҡанан эскә инһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 13:2
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки Һин – минең ышығым, Дошманға ҡаршы ҡеүәтле манарамһың.


Баҫҡынсылар бөгөн үк Нов ҡалаһында торасаҡ, Сион тауына, Йәрүсәлим ҡалҡыулығына йоҙроғон янаясаҡ.


Ҡәүемдәр өсөн байраҡ күтәрер, Исраилдан һөрөлгәндәрҙе бергә туплар, Ҡыуып таратылған Йәһүҙә кешеләрен Донъяның дүрт тарафынан йыйып алыр.


Раббы Мысыр диңгеҙенең ҡултығын ҡоротор, Евфрат йылғаһы өҫтөндә ҡулын һелтәр ҙә Көслө еле менән уны ете шишмәгә бүлер; Кеше уны ҡата менән кисеп йөрөр.


Эй һеҙ, донъяны төйәк иткәндәр, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр! Тауҙа әләм күтәрелгәс – күрерһегеҙ! Борғо ҡысҡыртҡас – ишетерһегеҙ!


Ул көн Мысыр халҡы ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ҡурҡаҡ буласаҡ. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының үҙҙәренә ҡаршы күтәргән ҡулынан ҡурҡып, ҡалтырап торасаҡтар.


Ашшурҙың һөйәлгән ҡаяһы ҡурҡып ҡасыр, Түрәләре байраҡтарын ташлап, хәүефкә батыр», – тип, Уты – Сионда, Усағы Йәрүсәлимдә булған Раббы белдерә быны.


Раббы йыраҡтағы ҡәүемдәрҙе – әләм күтәреп, Ер сигендә йәшәгәндәрҙе һыҙғырып саҡырыр; Улар бик тиҙ килеп етер.


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Ана, төньяҡтан бер халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем һәм бик күп батшалар Ер сигенән күтәрелә.


Бабил диуарҙары ҡаршыһында Байраҡ күтәрегеҙ! Һаҡсыларҙың һанын күбәйтегеҙ, Ҡарауылсылар ҡуйығыҙ, боҫҡон ҡороғоҙ! Сөнки Раббы Үҙенең ниәтен – Бабил халҡына ҡаршы әйткәнен бойомға ашырыр.


Эй Бабил, һәләк итеүсе тау, Мин һиңә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Эй бар донъяны һәләк итеүсе! Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп Ҡаяларҙан аҫҡа тәгәрләтәм, Янып-көйгән тауға әйләндерәм.


Былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Бабилдың ҡалын диуарҙары нигеҙенә тиклем емерелер. Бейек ҡапҡалары утта яндырылыр. Бушҡа ғына көс түкте халыҡтар, Ҡәүемдәр тик юҡҡа яфа сиккән, Хеҙмәттәре утта янып бөткән».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ