Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 10:22 - Изге Яҙма

22 Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр. Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған, Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр. Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған, Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр. Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған, Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 10:22
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Йәһүҙә менән Исраил халҡы диңгеҙ ярындағы ҡом кеүек күп ине. Улар ашаны, эсте, күңел асты һәм бик бәхетле йәшәне.


Сөнки иҫән ҡалғандар – Йәрүсәлимдән, Тере ҡалғандар Сион тауынан сығасаҡ. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ ғәйрәте менән тормошҡа ашырасаҡ.


Йәһүҙә нәҫеленең ҡотолоп һау ҡалғандары Яңынан төпкә тамыр ебәрер, юғарыла – емешләнер.


«Ҡолаҡ һал Миңә, эй Яҡуп нәҫеле, Исраил халҡының иҫән ҡалғандары! Әсә ҡарынында сағығыҙҙан һеҙҙе ҡурсаланым, Тыуғанығыҙҙан бирле күтәреп йөрөттөм.


Тоҡомоғоҙ – ҡом һымаҡ күп, Балаларығыҙ ҡом бөртөгө кеүек хисапһыҙ булыр; Исемдәре онотолмаҫ, Минең хозурымдан юҡҡа сыҡмаҫ ине».


«Йолоп алыусы – Сионға, Яҡуп нәҫеленең гонаһтан ваз кискәндәренә килер!» – тип белдерә Раббы.


Мин һораным: – Эй бөйөк Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ, Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем.


Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».


Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».


Раббы былай ти: «Йөҙөм тәлгәшендә һут булғанда: „Әрәм итеп ҡуйма, унда бәрәкәт бар“, – тиҙәр. Ҡолдарым хаҡына Мин дә шулай эшләрмен, Уларҙың һәммәһен дә һәләк итмәм.


Бөтә Йәһүҙә еренә йәйелеп, Уның боғаҙына етәсәк. Ғәскәрҙәр, ҡанаттарын йәйеп, Бөтөн илеңә туласаҡ, эй Ғиммануил!


Эй мөртәт балалар, кире ҡайтығыҙ, сөнки Мин һеҙҙең Хужағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Һәр ҡаланан берәрегеҙҙе, һәр нәҫелдән икешәрегеҙҙе алып, һеҙҙе Сионға кире ҡайтарырмын.


Бик аҙҙар ғына, ҡылыстан ҡотолоп, Мысырҙан Йәһүҙәгә ҡайтасаҡ. Мысыр еренә йәшәргә килгән йәһүҙиҙәрҙең иҫән ҡалғандары шул ваҡытта кемдең һүҙе – Минекеме, әллә уларҙыҡымы – тормошҡа ашҡанын белер.


Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был.


Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.


Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус.


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.


һәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгөндәй күп булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ