Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 1:23 - Изге Яҙма

23 Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 1:23
47 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡаһиндарҙың башлыҡтары ла, халыҡ үҙе лә хыянаттарын арттыра бара, башҡа ҡәүемдәрҙең әшәкелектәрен ҡабатлай, Раббы Йәрүсәлимдә изгеләндергән ҡорамды нәжесләй.


Ришүәт алма, сөнки ришүәт күҙлеләрҙе һуҡырайта, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.


Хаҡ хөкөмдө боҙор өсөн яуыз кеше йәшереп кенә ришүәт ала.


Ҡараҡты дуҫ иткән – үҙенә үҙе дошман; шаһиттарҙы саҡырғанда өндәшмәй ҡалыр.


Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ, Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, Залимдарҙы фашлағыҙ, Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ, Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!»


«Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.


Көмөшөң төпрәгә әүерелгән; Шарабыңа һыу ҡушылған.


Шуға күрә, эй һеҙ, мыҫҡыл итеп көлөүселәр, Йәрүсәлимдә был халыҡҡа хакимлыҡ ҡылыусылар, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ!


Раббы Үҙ халҡының аҡһаҡалдарын, Түрәләрен яуапҡа тарттыра: «Йөҙөм баҡсаһын һеҙ бөлдөрҙөгөҙ, Өйөгөҙ тулы ярлыларҙан талап алған мал.


«Был башбаштаҡ нәҫелгә ҡайғы! – тип белдерә Раббы, – Минең ниәттәрҙе түгел, үҙҙәренекен тормошҡа ашыралар. Рухыма тап килмәгән килешеүҙәр төҙөйҙәр, Гонаһ өҫтөнә гонаһ өйәләр.


Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –


Ундайҙар, ришүәт өсөн, яуызды хаҡлыға сығара, Хаҡлыларҙың хаҡын тартып ала!


Яман юлдан йөрөгән, Үҙҙәре теләгәнсә ҡыланған Фетнәсел халыҡҡа көнө буйы Ҡулдарымды һуҙып торҙом.


Һинең иһә күҙең дә, йөрәгең дә тик файҙаны самалай, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгәһең, Иҙеү, талау тураһында уйлайһың».


Исраил һәм Йәһүҙә халҡының – үҙҙәренең, батшаларының, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең – Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең, Мине асыуландырыу өсөн ҡылған золомдарының иҫәбе-һаны юҡ.


Баҫыу ҡарауылсылары һымаҡ Улар Йәрүсәлимде уратып алды. Сөнки был ҡала Миңә ҡаршы баш күтәрҙе! – тип белдерә Раббы. –


Мин затлыларына барайым, Улар менән һөйләшәйем; Әлбиттә, улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белә», – тинем. Әммә улар ҙа ҡалыптарын емергән, Бауҙарын өҙгәндәр икән.


Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында ҡаплан һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты.


– Эй әҙәм улы, һин фетнәсел халыҡ араһында йәшәйһең. Уларҙың күрер өсөн күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр; ишетер өсөн ҡолаҡтары бар, әммә ишетмәйҙәр. Сөнки улар – фетнәсел халыҡ.


Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Саҡ айный башланылармы, фәхешкә тотоналар, Уларҙың түрәләре аҙғынлыҡты ярата.


Йәһүҙә башлыҡтары ыҙан таштарын күсергән әҙәмгә тиң – улар өҫтөнә, һыу шикелле, асыуымды яуҙырам.


«Гилгалдағы бар залимлыҡтары өсөн Мин уларға шунда уҡ нәфрәтләнгәйнем. Ҡылған яуызлыҡтары өсөн Уларҙы йортомдан ҡыуып сығарам. Бүтәнсә уларҙы яратмайым – Бөтә башлыҡтары фетнәсел.


Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә Хөкөм иткәндә ситкәрәк этәрһегеҙ.


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,


Был ҡаланың байҙары кеше талай, Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә.


Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.


Тол ҡатынды, етемде, килмешәкте һәм фәҡирҙе рәнйетмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ», – тип әйтә килде.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Моав менән Мидйән аҡһаҡалдары, ырым-сихыр өсөн түләү хаҡы алып, Билғамға килделәр һәм Балаҡтың һүҙҙәрен еткерҙеләр.


Ғайса уларға: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ! – тине.


Ғайса уларҙы аң-белемгә өйрәтеп: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип әйтелмәгәнме ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.


– Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто булыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.


Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.


Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.


Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


Әммә Шемуилдың улдары уның юлынан китмәне. Улар үҙ файҙаларын ғына ҡайғыртты, ришүәт алып, ялған хөкөм сығарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ