Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 6:26 - Изге Яҙма

26 Раббы һиңә йөҙө менән боролһон, Һиңә тыныслыҡ бирһен!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Раббы һиңә йөҙө менән боролһон, Һиңә тыныслыҡ бирһен!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Раббы һиңә йөҙө менән боролһон, Һиңә тыныслыҡ бирһен!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 6:26
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ишет, Раббы, мәрхәмәт ҡыл миңә; Йә Раббы, ярҙамсы бул!» – тинем.


Тейешенсә ҡорбандар салығыҙ, Раббыға инанығыҙ.


Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!


Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.


Күпме көндәр беҙҙе интектерҙең, Нисә йылдар буйы ғазап сиктек, Инде шул ҡәҙәрле үк һөйөндөр.


Йә Раббы! Һин беҙҙе имен ҡылаһың; Барлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ – Һинең эшең.


Һин, Раббы, рухы ныҡ булғандарға Камил именлек бирерһең, Сөнки улар Һиңә өмөт бағлай.


Маҡтау һүҙҙәре һалырмын. Йыраҡтағы-яҡындағыға ла тыныслыҡ-именлек булһын! Барыһын да шифалармын», – ти Раббы.


Ул халҡына тыныслыҡ килтерер. Әгәр Ашшур илебеҙҙе баҫһа, Беҙҙең ҡәлғәләрҙе тапаһа, Уға төбәп ете көтөүсе, Һигеҙ башлыҡ ҡаршы сығыр.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.


Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылды. Был юлы Томас та улар менән бергә ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.


Алла, Ғайса Мәсих аша килгән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Исраил халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – бөтәһенең Хакимы.


Һин миңә йәшәү юлын өйрәттең. Мине Үҙ ҡаршыңдашатлыҡҡа сорнарһың».


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Үҙенә инаныу аша бөтә шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


Именлек Аллаһы һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. Амин.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арала татыулыҡ урынлашты.


Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән имандаштарыбыҙға именлек һәм иманлы мөхәббәт булһын.


Шулай булһа, әҙәм аҡылы етмәҫтәй, бар нәмәнән юғары булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсихтә һаҡлар.


Раббы Үҙе – именлек сығанағы, һеҙгә һәр ваҡыт һәм һәр яҡлап именлек бирһен. Раббы бөтәгеҙ менән бергә булһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ