22 Раббы Мусаға былай тине:
Һарун, гонаһ ҡорбанын, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим иткәндән һуң, ҡулдарын күтәреп халыҡҡа фатиха бирҙе һәм ҡорбан усағынан төштө.
Нәҙер әйтеп, үҙен Раббыға бағышлаған кеше хаҡында ҡанун ошо. Раббыға саҙаҡаны ул биргән нәҙеренә ҡарап килтерһен, бынан тыш, байлығы мөмкинлек биргән күләмдә лә ҡорбан килтерергә мөмкин. Ә әйткән нәҙерен нәзирлек ҡанунына ярашлы эшләргә тейеш.
– Һарун менән уның улдарына еткер: исраилдарға фатиха биргәндә шулай тип әйтегеҙ:
Унда Леви ырыуынан булған ҡаһиндар ҙа килһен, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙенә хеҙмәт итергә, Уның исеменән халыҡҡа фатиха бирергә уларҙы һайланы – теләһә ниндәй бәхәсле эш, килтерелгән зыян улар һүҙе менән хәл ителергә тейеш.