Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Иҫәп алыу 32:29 - Изге Яҙма

29 Уларға Муса былай тине: – Ғад менән Рәүвән улдары, һәр береһе ҡоралланып, һеҙҙең менән Иордан аръяғына Раббы хозурында һуғышҡа сыҡһа һәм ул ерҙәр буйһондоролһа, Ғилғәд ерҙәрен уларға биләмәгә бирегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Уларға Муса былай тине: – Ғад менән Рәүвән улдары, һәр береһе ҡоралланып, һеҙҙең менән Иордан аръяғына Раббы хозурында һуғышҡа сыҡһа һәм ул ерҙәр буйһондоролһа, Ғилғәд ерҙәрен уларға биләмәгә бирегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

Иҫәп алыу 32:29
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙебеҙ иһә ҡоралланырбыҙ ҙа исраилдарҙы тәғәйен ерҙәренә еткергәнсе алдарынан барырбыҙ, ә балаларыбыҙ, был ерҙәге сит халыҡтарҙан хәүеф-хәтәр күрмәһен өсөн, нығытылған ҡалаларҙа ҡалыр.

Муса улар тураһында бойороғон Әлғазар ҡаһинға, Нун улы Йушағҡа, Исраил ырыуҙары башлыҡтарына еткерҙе.

Әгәр инде һеҙҙең менән беренсе рәттәрҙә һуғышҡа бармаһалар, ул сағында әйҙә үҙҙәренең биләмәләре, һеҙҙең биләмәләр һымаҡ, Ҡәнғәндә булыуы менән ҡәнәғәтләнһендәр.

Раббы ҡоло Муса һәм исраилдар был батшаларҙы тар-мар итте. Муса уларҙың ерҙәрен Рәүвән менән Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһына биләмә итеп бирҙе.

Ғилғәдте, гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен, бөтә Хермон тауын һәм Салхаға еткәнсе тотош Башанды;

Сөнки ике ярым ырыуға Муса биләмә ерҙәрен Иордан аръяғынан биргәйне инде. Әммә башҡалар менән бер рәттән левиҙәргә ерҙән өлөш сығарылманы.

Әммә арағыҙҙа левиҙәр биләмә алмаҫ, сөнки уларҙың өлөшө – Раббыға ҡаһин булып хеҙмәт итеү. Ә Ғад, Рәүвән ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Раббы ҡоло Мусанан Иордан йылғаһының көнсығышына табан ерҙәр алғайны инде.

Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы, башҡа исраилдарҙан айырылып, Ҡәнғәндәге Шилонан үҙенең биләмә ере Ғилғәдкә ҡайтып китте. Улар был илде Муса аша Раббы биргән бойороҡҡа ярашлы биләгәйне.

Унан һуң Ғилғәдтән Яир исемле кеше егерме ике йыл Исраил хакимы булды.

Шаул Дауытҡа: – Бына минең өлкән ҡыҙым Мерав, уны һиңә ҡатынлыҡҡа бирермен. Тик һин батыр бул, Раббының һуғыштарын алып бар, – тине. Сөнки: «Дауыттың әжәле минән түгел, ә пелештиҙәр ҡулынан булһын», – тип уйланы.

ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ

ကြော်ငြာတွေ