Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 31:8 - Изге Яҙма

8 Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәғавты ла үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәвеғте лә үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәғавты ла үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 31:8
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ана күр, яуыздар йәйә киргән, Саф күңеллеләргә ҡараңғыла атыр өсөн Уҡтарын кереш өҫтөнә ҡуйған.


Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны.


Намыҫлыны күңел сафлығы етәкләр, мәкерлеләрҙе хәйләһе харап итер.


Яман илсе бәләгә тарыр, тоғро илсе күңелгә шифа килтерер.


Күрҙем: Кушан сатырҙарын хәсрәт алған, Мидйәндең сатыр япмалары дәһшәттән тетрәй.


Билғам Аллаға былай тип яуап бирҙе: – Миңә уларҙы Моавтың батшаһы Балаҡ Сиппор улы ебәргән.


моавтар Мидйән аҡһаҡалдарына былай тине: – Был өйөр, баҫыуҙы һыпырып ашап торған үгеҙгә оҡшап, тирә-яғыбыҙҙа һәммәһен ҡыра лабаһа. Сиппор улы Балаҡ ул ваҡытта Моав батшаһы ине.


Ул илселәрен тыуған яғына, Евфрат йылғаһын һыулаған Пеҫор ҡалаһына, Беғор улы Билғамды ярҙамға саҡырырға ебәрҙе: – Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты ла бөтә ер йөҙөн ҡапланы, – тип әйтергә ҡушты уға. – Был халыҡ минең йәнәштә генә төпләнде.


Ҡом бөртөгөләй күмәк Яҡуп нәҫелен кем һанап сығыр? Исраилдың дүртенсе өлөшөн кем иҫәпләй алыр? Үлһәм ине намыҫлылар үлеме менән, Ахырым уларҙыҡылай булһа ине!»


Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине.


Шунан Билғам тороп тыуған иленә ҡайтырға сыҡты, Балаҡ та үҙ юлына китте.


Мидйән ҡатынының исеме иһә Козби, ул мидйән ҡәбиләһе башлығы Сурҙың ҡыҙы ине.


Сөнки улар һеҙгә дошманлыҡ ҡылып, Пеғорҙағы ваҡиға аша һеҙҙе юлдан яҙҙырҙы. Бынан тыш, Пеғорҙа үләт хакимлыҡ иткән көндө үлгән ҡыҙ ҡәрҙәштәре – мидйәндәрҙең ҡәбилә башлығының ҡыҙы Козби – менән әүрәтеп, һеҙҙең менән мәкерле эш итте.


Тап шул ҡатындар, Билғам ҡотортоуы буйынса, исраилдарҙы Пеғорҙағы ваҡиға арҡаһында Раббыға хыянат иттерҙе бит! Раббы йәмғиәте шулар арҡаһында үләт ҡазаһына тарыны!


Мидйәндәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарын һәм балаларын әсирлеккә алдылар, бөтә мал-тыуарын, көтөүҙәрен, бөтә йорт-ҡаралтыларын яумал иттеләр,


Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар лайыҡһыҙ табыш алырға яратҡан Билғамға, Беғор улына, эйәрҙе.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ