Иҫәп алыу 28:1 - Изге Яҙма1 Раббы Мусаға былай тине: အခန်းကိုကြည့်ပါ။Башкирский ВЗ (неполный)1 Раббы Мусаға былай тине: အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма1 Раббы Мусаға былай тине: အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам.
Был ҡорамға ҡуйыла торған ун ике изге икмәк, даими бирелә торған икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбандары, шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, изге тип һаналған бүләктәр, Исраилды пакландырыуға тәғәйенләнгән гонаһ ҡорбандары, Аллабыҙ йортонда башҡарыла торған бөтә ғәмәлдәр өсөн булыр.
Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше».