Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Иҫәп алыу 27:21 - Изге Яҙма

21 Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Иҫәп алыу 27:21
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт батшалыҡ иткән дәүерҙә өс йыл рәттән аслыҡ булды. Дауыт Раббынан һораны һәм Раббы: – Быларҙың барыһына ла Шаул һәм уның ҡан көҫәүсе нәҫел-ырыуы ғәйепле, сөнки Шаул Ғивғон халҡын ҡырғайны, – тип яуап ҡайтарҙы.

Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.

Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.

Ҡарар түшлегенә урим менән туммимды һал: улар, Раббы хозурына баҫҡан саҡта, Һарундың йөрәге өҫтөндә булһын. Раббы алдында торғанда, Һарун Раббының Исраил халҡына күрһәтмәләрен һәр саҡ бына шулай йөрәге өҫтөндә йөрөтһөн.

Иң өҫтән түшлек кейҙереп, түшлеккә урим менән туммим һалды.

Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.

халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.

Бөтөн Исраил йәмғиәте уны тыңлаһын өсөн уға хакимлыҡ ҡөҙрәтеңдән өлөш сығар.

Муса Раббы бойорғанса эшләне. Йушағты алып килеп, Әлғазар ҡаһин менән бөтә йәмғиәт ҡаршыһына ҡуйҙы.

Уларҙың эшен Муса Раббыға еткерҙе.

Аллағыҙ Раббы алдығыҙҙан Үҙе барыр һәм был ҡәүемдәрҙең барыһын да алдығыҙҙан ҡырып бөтөрөр. Һеҙ уларҙың ерҙәрен биләп алырһығыҙ. Раббының һүҙе буйынса, йылға аша һеҙҙе Йушағ алыр сығыр.

Леви тураһында әйтте: – Раббым, туммимың менән уримың – Һинең тоғро ҡолоң өсөн. Уны Массала һынаның, Мерива һыуҙарында көрәштең.

Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар.

Йушағ вафат булғандан һуң, исраилдар Раббынан: – Ҡәнғәниҙәргә ҡаршы һуғышҡа арабыҙҙан кем беренсе булып күтәрелһен? – тип һораны.

Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.

Шаул ҡаһин менән һөйләшкән арала, пелештиҙәр тупламында шау-шыу көсәйгәндән-көсәйҙе. – Ҡулыңды төшөр, – тине Шаул ҡаһинға.

Дауыт Шаулдың яман ниәте тураһында белгәс, Әвйәҫәр ҡаһинға эфодты килтерергә ҡушты.

Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне.

Ул Ахимәләх улы Әвйәҫәр ҡаһинға: – Миңә эфодты килтер әле, – тине. Әвйәҫәр Дауытҡа эфодты алып килде.

ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ

ကြော်ငြာတွေ