Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 23:23 - Изге Яҙма

23 Яҡуп нәҫеленә ҡаршы торор сихыр ҙа юҡ, Исраил халҡына ҡаршы күрәҙәлек тә файҙаһыҙ. Ваҡыты еткәс, Яҡуп һәм Исраил халҡы хаҡында: „Бына нимә ҡылды Алла!“ – тиерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Яҡуп нәҫеленә ҡаршы торор сихыр ҙа юҡ, Исраил халҡына ҡаршы күрәҙәлек тә файҙаһыҙ. Ваҡыты еткәс, Яҡуп һәм Исраил халҡы хаҡында: „Бына нимә ҡылды Алла!“ – тиерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Яҡуп нәҫеленә ҡаршы торор сихыр ҙа юҡ, Исраил халҡына ҡаршы күрәҙәлек тә файҙаһыҙ. Ваҡыты еткәс, Яҡуп һәм Исраил халҡы хаҡында: „Бына нимә ҡылды Алла!“ – тиерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 23:23
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Ер йөҙөнөң сиктәрендә йәшәгәндәр, Илаһи билдәләреңде күреп, ҡурҡыуға ҡалыр. Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем бар кешеләр Һиңә ҡыуаныслы йырҙар йырлар.


Кем быларҙы ойошторҙо, бойомға ашырҙы? Башланмыштан алып быуын-быуынды донъяға саҡырыусы кем? Мин Раббы – беренсемен, Һуңғылар менән дә Мин буласаҡмын!»


Ялған пәйғәмбәрҙәр әйткән билдәләрҙе бушҡа сығарам, Күрәҙәселәрҙең алйотлоғон фашлайым, Аҡыл эйәләрен еңеп сығам, Белемдәрен иҫәрлеккә әйләндерәм;


Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр.


Эй бөйөк Хаким, Аллабыҙ беҙҙең, Һин ҡеүәтле ҡулың менән Үҙ халҡыңды Мысырҙан сығарҙың, Һинең исемең әлегәсә данлы, ә беҙ, гонаһ ҡылып, ғәйепкә ҡалдыҡ.


Беҙҙе Мысырҙан сығарған көндәрҙәге кеүек Халҡың өсөн мөғжизәләреңде ҡыл.


Билғам, Раббыға Исраилды фатихалау фарыз икәнлеген күреп, был юлы ишара эҙләп торманы, сүллеккә ҡарай йөҙөн борҙо.


Ғайса, уларҙың нимә уйлағанын белеп, былай тине: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ эсендә дошманлыҡ булған һәр ҡала йәки ғаилә лә имен тороп ҡала алмаҫ.


Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә әйҙә улар һеҙҙе хөкөм итһен.


Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.


Шунда баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был Кеше күп мөғжизәләр күрһәтә.


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Бөтә йыйылыш тынып, Барнабас менән Паулусты тыңланы. Улар Алланың башҡа халыҡтар араһында үҙҙәре аша ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне.


– Был кешеләр менән нимә эшләргә? Уларҙың бөйөк мөғжизә ҡылыуы бар Йәрүсәлим халҡына билдәле. Беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ.


Илселәр халыҡ араһында күп хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Имандаштар бергәләшеп Сөләймән айуанында осрашып торҙо.


Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды, уларҙың һаны артҡандан-арта барҙы.


Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


«Хакимыбыҙ Раббы, ҡолоңа Үҙ бөйөклөгөңдө һәм ҡулыңдың ҡөҙрәтен күрһәтә башланың. Күктә һәм ерҙә Һин ҡылған эштәрҙе һәм ҡөҙрәтле ғәмәлдәрҙе башҡара алған тағын ниндәй илаһ бар һуң?


Башҡалар менән бер рәттән исраилдар Беғорҙың күрәҙәсе улы Билғамды ла ҡылыстан үткәргәйне.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ