Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 21:34 - Изге Яҙма

34 Раббы Мусаға: – Һин унан ҡурҡма, – тине, – сөнки Мин уны барлыҡ халҡы һәм ерҙәре менән ҡулыңа тапшырам. Әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон менән ни ҡылдың, бында ла шулай эшләрһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

34 Раббы Мусаға: – Һин унан ҡурҡма, – тине, – сөнки Мин уны барлыҡ халҡы һәм ерҙәре менән ҡулыңа тапшырам. Әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон менән ни ҡылдың, бында ла шулай эшләрһең».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 Раббы Мусаға: – Һин унан ҡурҡма, – тине, – сөнки Мин уны барлыҡ халҡы һәм ерҙәре менән ҡулыңа тапшырам. Әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон менән ни ҡылдың, бында ла шулай эшләрһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 21:34
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт Раббынан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һораны. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.


Шул саҡ Исраил батшаһы Ахавҡа бер пәйғәмбәр килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Анау һанһыҙ сиреүҙе күрәһеңме? Мин бөгөн уны һинең ҡулыңа тапшырам. Шул саҡ һин Минең Раббы булғанымды белерһең».


Бер Алла бәндәһе Исраил батшаһы янына килеп былай тине: – «Раббы – тауҙар аллаһы, үҙәндәр аллаһы түгел», – тип әйткәндәре өсөн Мин был ҙур сиреүҙе тотошлай һинең ҡулыңа тапшырам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, – тип әйтә Раббы.


Тик Раббы өсөн был ғына аҙ. Ул Моавты ла ҡулығыҙға тапшырыр.


Сөнки һинең уң ҡулыңдан тотоп: „Ҡурҡма, һиңә ярҙам итәм“, – тигән Аллаң Раббы Мин.


Фәҡәт Раббыға ҡаршы баш күтәрмәгеҙ. Ул ерҙәрҙең халҡынан ҡурҡмағыҙ. Беҙ уларҙы икмәк кеүек ашап бөтөрәсәкбеҙ. Яҡлаусылары уларҙы ташлап китте, ә беҙҙең менән – Раббы. Уларҙан ҡурҡмағыҙ!


Исраил йәмғиәте өсөн Раббы яулаған ерҙәр – көтөү йөрөтөргә яраҡлы, ә беҙ ҡолдарыңдың мал-тыуары бар бит, – тинеләр.


Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.


Былай тиһен: «Тыңла, Исраил! Бөгөн дошмандарығыҙ менән һуғышҡа инәсәкһегеҙ. Ғәйрәтегеҙҙе юғалтмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушамағыҙ. Өркмәгеҙ уларҙан!


Артабан беҙ, боролоп, Башанға бара торған юл менән киттек. Башан батшаһы Ғоғ бөтә ғәскәре менән Әдрәғи ҡалаһы янында беҙгә ҡаршы һуғышырға сыҡты.


Башан батшаһы Ғоғ рефалар нәҫеленән һуңғы кеше ине. Уның һикеһе – тимер һике – хәҙер ғаммондарҙың Рабба ҡалаһында тора, оҙонлоғо – ҡабул ителгән үлсәм менән туғыҙ терһәк, ә иңе – дүрт терһәк.


Ныҡ һәм ғәйрәтле булығыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең менән бара – Ул һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ.


Бәлки, күңелеңдән генә: «Был халыҡтар беҙҙән күпкә артығыраҡ, нисек уларҙы ҡыуып ебәрәйек?» – тип уйлайһыңдыр.


Әммә уларҙан ҡурҡма, Аллаң Раббының фирғәүенгә һәм бөтә Мысырға ниҙәр ҡылғанын иҫеңә төшөр.


Уларҙан һис ҡурҡмағыҙ, сөнки арағыҙҙа булған Аллағыҙ Раббы – бөйөк һәм дәһшәтле Алла.


Батшаларын да ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ был күк аҫтында уларҙың исемен юйып ташларһығыҙ. Берәү ҙә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ, уларҙы тамырынан ҡороторһоғоҙ.


Йушағ уларға: – Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ ҙа, өркмәгеҙ ҙә, ныҡ һәм ҡыйыу булығыҙ. Раббы һеҙҙең барлыҡ дошмандарығыҙ менән, һеҙ ҡаршы һуғышҡандар менән бына шулай итәсәк, – тине.


– Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ.


ә һеҙ боҫҡондан сығығыҙ ҙа ҡалаға бәреп инегеҙ. Аллағыҙ Раббы уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырыр.


Ифтах Раббыға нәҙер әйтте: – Әгәр ҙә Һин ғаммондарҙы ҡулыма тапшырһаң,


Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ