Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 15:15 - Изге Яҙма

15 Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡағиҙә бер булһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Һеҙ ҙә, килмешәк тә Раббы алдында тигеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡағиҙә бер булһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Һеҙ ҙә, килмешәк тә Раббы алдында тигеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡағиҙә бер булһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Һеҙ ҙә, килмешәк тә Раббы алдында тигеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 15:15
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

үҙҙәре киләсәк быуындар һәм уларға ҡушылған бөтә кешеләр өсөн шундай йола урынлаштырҙы һәм был ике көндө, яҙып ҡуйылғанса, йыл һайын тәғәйен ваҡытта билдәләргә ҡарар итте.


Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Үҙегеҙ ҙә, нәҫелегеҙ ҙә ошо күрһәтмәне үтәргә тейеш, был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Бына Ҡотҡарылыу байрамы тураһында ҡағиҙә: бер генә сит кеше лә Ҡотҡарылыу байрамы ризығын ашарға тейеш түгел.


Үҙ кешегеҙгә лә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәккә лә ҡанун бер.


Осрашыу сатырына ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә.


Килмешәккә лә, ерле халыҡҡа ла хөкөмөгөҙ бер булһын, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.


Борғоларҙы Һарун нәҫеленән булған ҡаһиндар ҡысҡыртһын: был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Әгәр берәй килмешәк йәки арағыҙҙа, йә киләсәк быуындарығыҙ араһында йәшәүселәрҙән берәйһе Раббыға күркәм хуш еҫ, ут ҡорбаны килтерергә теләһә, һеҙҙең һымаҡ эшләһен.


Ерле исраилдар өсөн дә, араларында йәшәгән килмешәктәр өсөн дә, әгәр улар яңылыштан берәй яҙыҡ эш ҡылһа, ҡанун бер булһын.


Раббы Һарунға былай тине: – Миңә килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙы күҙәтеүҙе һиңә тапшырам. Исраилдарҙың бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын мәңгелек өлөш итеп һиңә һәм һинең улдарыңа бирәм.


Әгәр арағыҙҙа йәшәгән килмешәк Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләргә теләһә, Ҡотҡарылыу байрамының ҡағиҙәләре һәм йолаларына ярашлы үткәрһен. Килмешәктәргә лә, ерле халыҡҡа ла ҡағиҙә бер үк булһын.


Хәҙер йәһүд менән грек, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Унда инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, ҡырағайҙар һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Бөтә исраилдар – килмешәктәр ҙә, Исраилдың төп халҡы ла аҡһаҡалдары, етәкселәре һәм хөкөмдарҙары менән бергә – Килешеү һандығын тирә-яҡлап, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар алдында баҫып торҙо. Халыҡтың яртыһы Геризим тауы яғынан, яртыһы Ғевал тауы яғынан торҙо. Раббы ҡоло Муса Исраил халҡын тап ошо рәүешле фатихаларға ҡушҡайны.


Ошо көндән алып Дауыт быны Исраил өсөн ҡанун һәм ҡағиҙә итеп ҡуйҙы. Был бөгөнгәсә дауам итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ