Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 9:4 - Изге Яҙма

4 табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 9:4
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китте.


Сөләймән иһә Хирамға шундай хәбәр күндерҙе:


«Үҙең белмәгән ни бар, атайым Дауыт эргә-тирәләге халыҡтар менән һуғыш алып барырға мәжбүр булғанлыҡтан, Аллаһы Раббы исеменә бағышлап ҡорам төҙөй алманы. Инде Раббы уның дошмандарын аяҡ аҫтына бырғаны.


Раббы ҡорамында шәмбе көндәрендә ғибәҙәт ҡылыу өсөн файҙаланылған көплө юлды һәм батшалар ҡорамға инеп йөрөгән айырым ишекте Раббы йортонан алып ташлатты. Быларҙың барыһын да Ахаз Ашшур батшаһына ярар өсөн эшләне.


Был ҡапҡа һаҡсыларының нәҫелдәре Батша ҡапҡаһы төбөндә әле лә һаҡта тора. Уларҙың ата-бабалары левиҙәр тупламында һаҡсылар булған.


һәм ни күрә: батша ишек төбөндә ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта, уйын ҡоралдары тотҡан йырсылар береһенән-береһе уҙҙырып маҡтау йырлай. Ғаҫалъяһ, өҫтөндәге кейемен йыртып: «Хыянат! Хыянат!» – тип ҡысҡыра.


Шева батшабикәһе Сөләймәндең аҡылын, һалдырған һарайын,


– Һинең ҡылған ғәмәлдәрең һәм зирәк аҡылың тураһында үҙ илемдә ишеткәндәрем дөрөҫ булып сыҡты, – ти ул батшаға. –


Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым. Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем.


Юғарынан ҡулыңды һуҙ, мине азат ит, Даръя һыуҙарҙан мине сығарып ал, Яттарҙың ҡулынан ҡотҡар.


«Килегеҙ, һыйымды ашағыҙ, әҙерләгән шараптан ауыҙ итегеҙ!


Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Тапһағыҙ һөйгәнемде, әйтегеҙ уға: Мин һөйөү утында янам!


Бары тик хаким – хаким булған өсөн генә – шул ҡапҡа бинаһының эсендә Раббы хозурында ултырып икмәк ашар; ул ҡапҡа айуаны аша инер һәм шул уҡ юлдан кире сығыр.


Хаким тышҡы ихата яғынан, ҡапҡа айуанынан инер ҙә ҡапҡа бағанаһы янына баҫыр. Ҡаһиндар уның тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим итер. Хаким, ҡапҡа тупһаһында тороп, Раббыға сәждә ҡылыр, шунан килгән юлынан сығып китер. Ә ҡапҡа кискә тиклем ябылмаһын.


Мин, хакимымдың ҡоло, һин хакимым менән һөйләшә алырмынмы һуң? Минең бит бөтөнләй көсөм бөттө, саҡ-саҡ тын алам, – тинем.


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: хатта ни тиклем данлы Сөләймән батша ла ул дәрәжәлә затлы кейенмәгән.


Хужа ҡайтҡанда уяу торған хеҙмәтселәр бәхетле! Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, билен быуып, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе хеҙмәт итер.


Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы,


Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин – уның менән, ә ул – Минең менән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ