27 Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә булып ҡала. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп була.
Шефелалағы зәйтүн һәм ҡырағай инжир ағастары өсөн Ғәдәрҙән Бәғел-Ханан, ә һаҡлауҙа булған ағас майҙары өсөн Йоғаш яуаплы була.
Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан була. Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнә.
«Кирбес йорттар йығылған икән, Шымартылған таштан һалырбыҙ; Ҡырағай инжир ағастары ҡырҡылған икән, Кедрға алмаштырырбыҙ».
Ғамос Амасъяһҡа: – Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем.
Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип, алға йүгереп сыҡты ла ҡырағай инжир ағасына менеп ултырҙы. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш ине.