25 Сөләймәндең аттар һәм яу арбалары ҡуя торған дүрт мең аҙбары, ун ике мең һыбайлыһы була; ул уларҙы арбалы ҡалаларға һәм үҙе янына Йәрүсәлимдә урынлаштыра.
Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыйҙы. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы бар ине. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштырҙы.
Сөләймәндең арбаға егә торған аттары өсөн ҡырҡ мең аҙбары һәм ун ике мең һыбайлыһы бар ине.
Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыя. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы була. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштыра.
Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.