Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 9:2 - Изге Яҙма

2 Сөләймән уның бөтә һорауҙарына ла яуап бирә. Батша белмәгән һәм аңлатып бирә алмаған бер генә нәмә лә булмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 9:2
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.


Алла Сөләймәнгә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле икһеҙ-сикһеҙ зирәклек, тәрән аҡыл һәм күп белем бирҙе.


Шева батшабикәһе Сөләймән тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килә. Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төшә; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлаған була. Батшабикә Сөләймәнгә килә һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләшә.


Шева батшабикәһе Сөләймәндең аҡылын, һалдырған һарайын,


Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.


Кеше ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр – тәрән йылға һымаҡ, аҡыл сығанағы – ташҡын һыу.


– Һеҙгә Алла Батшалығының сере асылған, тыштағыларға иһә ҡиссалар аша еткерелә. Шулай итеп улар: «Ҡарауын-ҡарап та, күрмәйҙәр, ишетеүен-ишетеп тә, аңламайҙар; әгәр Аллаға табан боролһалар, ярлыҡау алырҙар ине».


Ул кинәйәле ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.


Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем.


Мәсихтә аҡыл менән белемдең бөтә хазинаһы йәшеренгән.


Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ