18 Тәхеттең баҫҡыстары алтау, аяҡ ҡуйыр өсөн тәхеткә алтын эскәмйә беркетелгән. Ултырғысының ике яғында терһәк ҡуйғыс бар, терһәк ҡуйғыстар янында берәр арыҫлан һыны ҡуйылған.
Шулай уҡ батша фил һөйәгенән ҙур тәхет яһата һәм уны саф алтын менән көпләтә.
Һәр бер баҫҡыстың ике яғында берәр арыҫлан һыны булып, тәхеттең алты баҫҡысында йәмғеһе ун ике арыҫлан тора. Бер генә батшалыҡта ла бындай тәхеттең булғаны булмай.
Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала, Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына, Табышын ашап бөтмәйенсә, Ҡорбанының ҡанын эсеп туймайынса Ул тынысланмаясаҡ».
Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай – Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер? Һине фатихалаусы булыр фатихалы, Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“»
Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.