16 Бынан башҡа һәр береһенә өсәр йөҙ шекел сүкелгән алтын тотоноп, өс йөҙ бәләкәйерәк ҡалҡан эшләтә. Батша был ҡалҡандарҙы «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайға ҡуя.
Ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талап алды, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән бөтә алтын ҡалҡандарҙы ла алып китте.
Сөләймән «Ливан урманы йорто» тип аталған һарай һалды. Уның оҙонлоғо – йөҙ, киңлеге – илле, бейеклеге утыҙ терһәк ине. Унда дүрт рәт кедр бағаналар һәм бағаналар өҫтөндә кедр бурсалар бар ине.
Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимде яулап ала. Шунан һуң ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талай, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән алтын ҡалҡандарҙы ла алып китә.
Сөләймән батша ике йөҙ ҙур ҡалҡан яһата һәм уларҙың һәр береһен алты йөҙ шекел сүкелгән алтын менән көпләтә.
Шулай уҡ батша фил һөйәгенән ҙур тәхет яһата һәм уны саф алтын менән көпләтә.