14 Бынан тыш һатыусылар һәм сауҙагәрҙәр, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшалар һәм Исраилдың өлкә башлыҡтары ла Сөләймәнгә алтын-көмөш килтереп тора.
Бынан тыш һатыусыларҙан, сауҙагәрҙәрҙән, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшаларҙан, Исраилдың өлкә башлыҡтарынан да килем алынды.
Ҡайһы бер пелештиҙәр Йеһошафатҡа көмөштө бүләккә һәм яһаҡ итеп килтереп тора; ғәрәптәр ваҡ малдан ете мең ете йөҙ баш һарыҡ тәкәһе менән ете мең ете йөҙ баш кәзә тәкәһе алып килә.
Сөләймән батша ике йөҙ ҙур ҡалҡан яһата һәм уларҙың һәр береһен алты йөҙ шекел сүкелгән алтын менән көпләтә.
Әйҙә исемдәре тормош китабынан һыҙылһын, Тәҡүәләр менән йәнәшә яҙылмаһын!
Мин иһә ярлы һәм әрнеүлемен, Эй Аллам, ҡотҡарыуың мине һаҡлаһын!
Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.
Ғәрәбстандың батшаларына, сүлдә йәшәгән ҡәбиләләрҙең барлыҡ батшаларына;