10 Хирамдың хеҙмәтселәре Сөләймәндең хеҙмәтселәре менән Офирҙан алтын ғына түгел, затлы ағас, аҫыл таштар ҙа алып ҡайта.
Шул осорҙа Хирамдың караптары Офирҙан алтын менән бергә бик күп затлы ағас, аҫыл таштар алып ҡайтты.
Диңгеҙҙә Хирамдың караптары менән бергә Сөләймәндең дә Таршиш караптары бар ине. Өс йылға бер тапҡыр был караптар алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған булды.
Миңә Ливандан кедр ағасы, кипарис, артыш ағасы ебәр, мин беләм: һинең хеҙмәтселәрең Ливан ағасын бик оҫта әҙерләй. Минең хеҙмәтселәрем һинекеләр менән бергә барыр,
Хирам үҙенең тәжрибәле диңгеҙселәре менән бергә Сөләймәнгә караптар ебәрә. Улар, Сөләймәндең кешеләре менән Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ илле талант алтын алып ҡайтып бирә.
Батша был затлы ағастан Раббы ҡорамына һәм дә батша һарайына баҫҡыстар, йырсылар өсөн арфа һәм лиралар яһата. Йәһүҙә ерендә ошоғаса быға оҡшаш бер ни күрелгәне булмай.
Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгән була. Ул батшаға бүләк иткән кеүек еҫле майҙарҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне булмай.
Сауҙа караптары һымаҡ, алыҫтан икмәк табып килтерер.