8 Сөләймән исраилдар ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итә. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.
Ахишар – батша һарайы идарасыһы; Адонирам Ғавда улы – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе.
Сөләймән егерме йыл буйы ике йорт – Раббы ҡорамын һәм батша һарайын – төҙөнө.
Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.
Беҙ иһә Ливанда һиңә кәрәк тиклем ағас әҙерләп, һаллап, диңгеҙ юлы менән Яфоға ҡыуырбыҙ, һин уны артабан Йәрүсәлимгә алып ҡайтырһың».
Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәй. Улар батшаға һуғышсылар, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итә.
Шунда йәшәүселәрҙең золомо арҡаһында, Уңдырышлы тупраҡты тоҙлоға әүерелдерә.
Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй.
Аҙағыраҡ, исраилдар ҡеүәтләнгәс, ҡәнғәниҙәрҙе хеҙмәт бурысы үтәргә мәжбүр итте, ләкин уларҙы ерҙәренән тулыһынса ҡыуып сығара алманы.