18 Хирам үҙенең тәжрибәле диңгеҙселәре менән бергә Сөләймәнгә караптар ебәрә. Улар, Сөләймәндең кешеләре менән Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ илле талант алтын алып ҡайтып бирә.
Диңгеҙҙә Хирамдың караптары менән бергә Сөләймәндең дә Таршиш караптары бар ине. Өс йылға бер тапҡыр был караптар алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған булды.
Хирамдың хеҙмәтселәре Сөләймәндең хеҙмәтселәре менән Офирҙан алтын ғына түгел, затлы ағас, аҫыл таштар ҙа алып ҡайта.
Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килеп тора.
Батшаның караптары Хирам хеҙмәтселәре менән Таршишҡа йөрөп, өс йылға бер тапҡыр алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған була.
Шулай уҡ үҙемә алтын-көмөш йыйҙым, бөтә өлкәләрҙән батшаларса хазиналар тупланым. Ир һәм ҡатын йырсылар, шулай уҡ ир-ат кинәнесе – кәнизәктәр аҫраным.