1 Сөләймән егерме йыл буйы Раббы ҡорамын һәм үҙ һарайын төҙөй.
Ун беренсе йылдың һигеҙенсе айы – бул айында, ҡорам алдан нисек уйланылған булһа, шул рәүешле тотош эшләнеп бөттө. Шулай итеп, Сөләймән уны ете йыл буйына төҙөнө.
Ә үҙ һарайын һалдырыр өсөн Сөләймәнгә ун өс йыл кәрәк булды. Бына һарай төҙөлөшө лә тамамланды.
Сөләймән Раббы ҡорамын, батша һарайын һәм үҙе теләгән бөтә нәмәләрҙе һалдырып бөткәс,
Ул Хирам батша биргән ҡалаларҙы ла төҙөкләндерә һәм уларға Исраил халҡын төйәкләндерә.