9 Ете көн буйы ҡорбан усағын изгеләндергәндән һуң, тағы ете көн Ҡыуыш байрамын билдәләйҙәр, ә һигеҙенсе көндө изге йыйын үткәрәләр.
Йылдың етенсе эҫаним айында булған байрам ваҡытында бөтә Исраил халҡы Сөләймән батша янына йыйылды.
Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды.
Бөтә йыйын тағы ете көн байрам итергә була һәм был ете көндө лә бик ҡыуанышып үткәрәләр,
Етенсе айҙың егерме өсөнсө көнөндә Сөләймән халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрә. Улар Раббының Дауыт менән Сөләймәнгә, Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып тарала.
Ғөзәйер, беренсе көндән алып һуңғы көнгә тиклем, көн һайын Алланың ҡанун китабын уҡыны. Ете көн байрам иттеләр, ә һигеҙенсе көн, ҡағиҙә буйынса, изге йыйын булды.
Ете көн ҡорбан усағын пакландыр һәм изгеләндер, шулай итеп ҡорбан усағы изгеләрҙән-изге булыр. Уға ҡағылған бөтә нәмә лә изгегә әйләнер.
Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.
Ете көн буйы Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Һигеҙенсе көндө һеҙҙең өсөн изге йыйын булһын һәм Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Был – изге йыйын, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.
Ҡорбан усағын мәсехләгән көндә башлыҡтар бағышлау бүләге алып килделәр һәм ҡорбан усағы алдына ҡуйҙылар.
Алты көн буйы сөсө икмәк аша. Ә етенсе көндө Аллаң Раббы өсөн изге йыйын ойоштор һәм бер нәмә лә эшләмә.