ІІ Йылъяҙма 7:5 - Изге Яҙма5 Сөләймән батша егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһен ҡорбан ҡыла. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Алла йортон изгеләндерә. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам.
Ҡаһиндар үҙ урындарын ала. Левиҙәр, Дауыт батшаның Раббыны маҡтау өсөн яһаттырған һәм «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип мәҙхиә йырлағанда ҡуллана торған уйын ҡоралдарын күтәреп, ҡаһиндарҙың эргәһендә үҙ урындарына тора. Ҡаһиндар, левиҙәр ҡаршыһында баҫып, борғо ҡысҡырта, барлыҡ исраилдар аяғүрә тора.
Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше».