ІІ Йылъяҙма 7:3 - Изге Яҙма3 Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула.