20 Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды йолҡоп ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән был ҡорамдан ваз кисермен һәм, бөтә халыҡтар алдында уны мәсхәрәгә ҡалдырып, ғибрәткә әйләндерермен.
Раббы Исраилды язаға тарттырыр һәм Исраил халҡы һыуҙа ҡалтыранған ҡамыш кеүек булыр. Раббы уларҙы аталарына биргән был уңдырышлы тупраҡтан йолҡоп алып, Евфрат йылғаһының аръяғына таратыр, сөнки улар Ашера хөрмәтенә ҡолғалар ҡуйып, Раббыны асыуландырҙылар.
Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер.
Бынан һуң Раббы тотош Исраил тоҡомонан баш тартты, уларҙы дошмандары ҡулына биреп язаланы, һәм, ниһайәт, хозурынан бөтөнләй ҡыуҙы.
Алла ҡорамын яндыралар, Йәрүсәлим диуарҙарын емерәләр, бөтә затлы һарайҙарҙы үртәйҙәр, затлы әйберҙәрен ваталар.
Батша кәләше бар гүзәллегендә – үҙ бүлмәһендә, Кейемдәре алтын менән нағышланған.
Яуызлыҡ ҡылыусылар – Халҡымды икмәк урынына ашағандар, Алланы саҡырмағандар – Бер ни ҙә аңламаймы ни?
Ә Мине тыңламаған халыҡты төбө-тамыры менән йолҡоп юҡ итермен, – тип белдерә Раббы.
Шунлыҡтан һеҙҙе был ерҙән ҡыуып, үҙегеҙ ҙә, аталарығыҙ ҙа белмәгән бер илгә атып бәрәм. Унда көнө-төнө башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ – инде Мин һеҙгә мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен».
Ҡайһы берҙә ниндәйҙер ҡәүем йәки батшалыҡ тураһында, йолҡоп ташлайым, емерәм, һәләк итәм, тип әйтәм дә,
Был ҡала эргәһенән бик күп ҡәүемдәр үтеп йөрөр. Бер-береһенән: «Ниңә Раббы бындай бөйөк ҡалаға быларҙы эшләне икән?» – тип һорарҙар.
Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр.
Элек Мин был халыҡты тамырынан йолҡоп алыр, емереп ташлар, юҡҡа сығарыр, һәләк итер һәм бәләгә төшөрөр өсөн күҙәткән булһам, инде төҙөгәндә һәм тамырландырғанда ла уларҙан күҙемде алмам, – тип белдерә Раббы. –
Ни өсөн һеҙ үҙ ҡулдарығыҙ эшләгән боттарығыҙ менән Мине асыуландыраһығыҙ, үҙегеҙ йәшәргә тип килгән Мысыр ерендә сит илаһтарға хуш еҫ төтәтәһегеҙ? Былай бит һеҙ үҙегеҙҙе һәләк итәһегеҙ. Ерҙәге бөтә ҡәүемдәрҙең ҡарғыш һәм мәсхәрәһенә дусар буласаҡһығыҙ!
Шуға күрә Раббы һиңә былай тип әйтергә бойора: «Бына, Үҙем төҙөгәнде Үҙем емерермен, Үҙем ултыртҡанды Үҙем йолҡоп ырғытырмын. Бөтә ерҙә лә шулай булыр.
Йорттарын тартып алһындар өсөн ҡәүемдәрҙең иң яһилдарын килтерәсәкмен. Мин көслөләрҙең тәкәбберлегенә сик ҡуясаҡмын, уларҙың изге урындары нәжесләнәсәк.
Раббынан йөҙ сөйөрһәгеҙ, Ул исраилдарҙы йәнә сүллектә ҡалдырасаҡ, ә һеҙ халыҡты тамам һәләк иттерәсәкһегеҙ.
Раббы һеҙҙе араларына һөргән бар халыҡтар өсөн имәнес, ғибрәтле бер миҫал, әҙәм көлкөһө булырһығыҙ.
Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө».
Был кешеләр – һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғырһыҙ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған көҙгө ағастар.