18 атайың Дауытҡа: «Һинең нәҫелеңдән Исраилға хакимлыҡ иткән ир заты өҙөлмәҫ», – тип биргән һүҙемде тотоп, батшалығыңды тотороҡло ҡылырмын.
Шул ваҡытта Раббының миңә: «Әгәр улдарың Минең хозурымда хаҡ юлдан йөрөһә, бөтөн йөрәге һәм бар булмышы менән Миңә тоғро булһа, Исраил тәхетендә нәҫелең ҡоромаҫ», – тип әйткән һүҙҙәре бойомға ашыр.
атайың Дауытҡа: «Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип биргән һүҙемде тотоп, батшалығыңды мәңге тотороҡло ҡылырмын.
Инде, йә Раббым, Исраил Аллаһы, ҡолоңа, атайым Дауытҡа, биргән тағы бер вәғәҙәңде үтәһәң ине. Уға: «Балаларың да һинең кеүек, Минең ҡанунымды үтәп, хаҡ юлымдан йөрөһә, Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип әйткәйнең.
Һин дә атайың Дауыт кеүек Минең юлымдан йөрөһәң, барыһын да Мин бойорғанса эшләһәң, ҡағиҙәләрем һәм күрһәтмәләремде ғәмәл ҡылһаң,