Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 7:16 - Изге Яҙма

16 Инде, исемем мәңге ошонда булһын, тип был ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 7:16
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Халҡым Исраилды Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаным. Халҡым Исраилға идара итһен өсөн Дауытты һайланым».


Улар, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылған өсөн күк көпләнеп, ямғыр яумағанда, ошо урынға ҡарап доға ҡылһа, исемеңде атап ялбарһа, Һин уларҙы язалағанға күрә гонаһтарынан ваз кисһә,


Халҡың дошмандарына ҡаршы Һин күрһәткән юл менән һуғышҡа инһә һәм Һин Үҙең һайлап алған ҡалаға, мин Һиңә бағышлап төҙөгән ҡорамға боролоп Раббыға доға ҡылһа,


үҙҙәрен әсир иткән дошмандарының илендә ата-бабаларына Һин биргән ерҙәр, Һин һайлаған ҡала, Һинең исемеңә бағышлап мин төҙөткән йорт яғына ҡарап, Һиңә ысын күңелдән һәм бөтә йөрәктән боролоп, доға ҡылһалар,


Ул былай тине: – Мин һинең доғаңды, үтенесеңде ишеттем. Һин, Минең исемем мәңге шунда булһын, тип төҙөгән ошо ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.


Раббының: «Минең исемем Йәрүсәлимдә төйәкләнер» тигән ҡорамында ят илаһтарға ҡорбан усаҡтары төҙөттө.


Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.


Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.


Төнөн уға Раббы күренә һәм былай ти: – Мин һинең доғаңды ишеттем, был урынды Үҙемә ҡорбан килтерә торған йорт итеп һайланым.


Бынан ары ошо урында ҡылынған доғаларға күҙем дә, ҡолағым да һәр ваҡыт иғтибарлы булыр.


Һин дә атайың Дауыт кеүек Минең юлымдан йөрөһәң, барыһын да Мин бойорғанса эшләһәң, ҡағиҙәләрем һәм күрһәтмәләремде ғәмәл ҡылһаң,


Әммә Раббы шайтанға: – Эй шайтан! Әйҙә һине Раббы туҡтатһын! Эйе, Йәрүсәлимде һайлаған Раббы һине туҡтатһын! Был әҙәм уттан тартып алынған торонбашҡа оҡшамағанмы ни? – тине.


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Әгәр Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урын йәшәгән ерегеҙҙән алыҫ икән, ул ваҡытта һеҙ, Раббы биргән эре йәки ваҡ малды, мин бойорғанса, сала алаһығыҙ. Уны торлағығыҙҙа, йәнегеҙ теләгәнсә ашағыҙ.


Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Сөнки Илаһилыҡтың бөтә тулылығы Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ