Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 7:1 - Изге Яҙма

1 Сөләймән доғаны тамамлағас, күктән ут төшә, тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарҙы ялмай. Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 7:1
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте.


Шунан һуң һеҙ исемен әйтеп үҙегеҙҙең аллағыҙҙы саҡырығыҙ, мин дә исемен әйтеп Раббымды саҡырырмын. Уларҙың ҡайһыһы ут менән яуап ҡайтара, шул ысын Алла. Бөтә халыҡ: – Бик яҡшы әйтелде! – тиешеп уның һүҙҙәрен хупланы.


Шул саҡ Раббының уты килеп төштө. Был уттың ялҡыны тотош яндырыу ҡорбанын да, утынды ла, таштарҙы ла, тупраҡты ла ялмап йотто, соҡорҙағы һыуҙы ла киптерҙе.


Сөләймән Раббы ҡорамын, батша һарайын һәм үҙе теләгән бөтә нәмәләрҙе һалдырып бөткәс,


Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә.


Күңелемдә яңғыраны Һинең ауаз: «Йөҙөмдө эҙләгеҙ!» – тинең. Һинең йөҙөңдө эҙләйем, Раббы,


Синай тауын тотош төтөн ҡаплағайны, сөнки Раббы уның өҫтөнә ут эсендә төштө. Тауҙан мейестән сыҡҡан һымаҡ төтөн бөркөлә, тау бик ныҡ һелкенә ине.


Унда Мин Исраил халҡы менән осрашырмын һәм был урын Минең шөһрәтем менән изгеләнер.


Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен.


Рух мине, аяҡҡа баҫтырып, эске ихатаға алып керҙе. Бына Раббының шөһрәте ҡорамды тултырҙы.


Шунан ул кеше мине төньяҡ ҡапҡа аша ҡорам алдына алып барҙы. Ҡараһам, Раббының шөһрәте ҡорамды тултырғанын күрҙем! Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Үҙемдең һәм халҡым Исраилдың ҡылған гонаһтарын танып һәм доға ҡылып, мин, Аллам Раббыға, Алламдың изге тауы тураһында ялбарыу менән мөрәжәғәт итеп, шулай тинем.


Борон замандарҙағы, әүәлге ваҡыттарҙағы һымаҡ, Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең саҙаҡалары Раббыға хуш булыр.


Доға ҡылғандан һуң улар торған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды, Алла һүҙен ҡыйыу рәүештә һөйләй башланылар.


Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың шөһрәте уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс.


Раббы фәрештәһе ҡулындағы таяҡ осо менән иткә һәм сөсө икмәккә ҡағылғайны, таштан ут сыҡты. Ут ит менән сөсө икмәкте яндырҙы. Шунан Раббы фәрештәһе күҙҙән юғалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ