9 Әммә был ҡорамды Миңә һин түгел, ә һинән тыуған улың төҙөр», – тип әйткән.
– Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Мин төйәкләнер йортто һин төҙөмәҫһең.
Әммә Алла миңә былай тип әйтте: «Минең исемемә бағышланған йортто һин төҙөмәйәсәкһең, сөнки Һин һуғышсыһың һәм ҡан ҡойҙоң», – тине.
Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым.
Ләкин Раббы атайым Дауытҡа: «Күңелеңдә Миңә атап ҡорам төҙөргә теләгең бар. Был бик яҡшы.