42 Раббым Аллам! Үҙеңдең мәсихеңдән йөҙөңдө борма, Ҡолоң Дауытҡа күрһәткән мөхәббәтеңде онотма.
Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ.
Әле килеп, минең бер теләгем бар. Зинһар, шуны кире ҡаҡмаһаң ине. – Әйт, – тине Баҫ-Шевағ.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Ҡайһылай яҡшы, күңелле, Туғандарҙың бергә татыу йәшәгәне!
Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.
Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк.
Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.
Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.
Тәнен серетмәйенсә Уны үленән терелтеп торғоҙоуы тураһында иһә Алла былай тигән: «Дауытҡа бирелгән изге һәм ышаныслы вәғәҙәне һеҙҙең өсөн бойомға ашырасаҡмын».