Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 6:33 - Изге Яҙма

33 Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 6:33
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Халҡым Исраилды Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаным. Халҡым Исраилға идара итһен өсөн Дауытты һайланым».


Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер Алла булғаныңды белһен.


Халҡың дошмандарына ҡаршы Һин күрһәткән юл менән һуғышҡа инһә һәм Һин Үҙең һайлап алған ошо ҡалаға, мин Һиңә бағышлап төҙөгән ҡорамға боролоп Һиңә доға ҡылһа,


Минең исемем менән аталған халҡым, ғәйебен танып, буйһонһа, яман юлдарын ташлап, Миңә ынтылһа, Мин асмандан уларҙы ишетермен дә гонаһтарын ярлыҡармын, илдәрен сәләмәтләндерермен.


Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!


Ҡалҡһын Алла, таралһын дошмандары, Хозурынан ҡасһын Уға асыу тотҡандар!


Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!


Минең исемемде әйтеп, улар ошолай тип саҡырһындар. Шунда Мин исраилдарға фатихамды бирермен.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ