Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 6:28 - Изге Яҙма

28 Ерҙә ҡытлыҡ буламы, ҡырғын төшәме, ҡыуан елдәр иҫәме йәки үҫемлектәрҙе тут, саранча йә ҡорт баҫамы, үҙе биләгән ерҙәрҙән дошмандар ҡыҫырыҡлаймы, бәлә-ҡаза, сир-сырхау ябырыламы,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 6:28
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильясиғин үҙе терелткән баланың әсәһенә: – Һин бар, ғаиләңде ал да бынан кит. Ҡайһы ерҙә йәшәй алһаң, шунда урынлаш. Раббы был ергә ҡытлыҡ ебәрә. Ете йыл буйы бында аслыҡ буласаҡ, – тигәйне.


Хизкияһ батша Раббыға тоғролоҡ менән башҡарған ошо эштәрҙән һуң, Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, нығытмалы ҡалаларҙы тартып алыу ниәте менән, уларҙы ҡамап ала.


Шул осорҙа Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарый. Ул Раббыға доға ҡылып ялбара. Раббы Хизкияһҡа яуап биреп, һауығыуына ишара иткән билдә ебәрә.


халҡыңдан берәйһе йәки бөтә Исраил Һиңә мөрәжәғәт итһә, һәр кем үҙ хәсрәтен әйтеп, әрнеп доға һәм ялбарыу менән ошо йортҡа табан ҡулдарын һонһа,


Әгәр Мин күкте бикләп, ямғыр яуҙырмаһам, әгәр саранчаларға ер йөҙөндәге бөтә нәмәне ашап бөтөргә бойорһам йәки халҡыма үләт ҡырғыны һалһам,


Бойҙай менән арпа өсөн, Эй игенселәр, көйәләнегеҙ! Илағыҙ, баҡсасылар, йәш түгегеҙ, Сөнки бөтә уңыш юҡҡа сыҡты.


«Ябырылған саранчалар сиреүенең, Күс-күс саранчалар рәүешендә Һеҙгә ебәрелгән бөйөк ғәскәремдең Ҡырып ашап бөткәнен артығы менән бирәм.


Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.


Арағыҙҙа кемдер ғазап сигә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер рухы күтәренке булһа, Аллаға маҡтау йыры йырлаһын.


Исраилда хакимдар идара иткән осорҙа илдә йот башланды. Шул арҡала Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм тигән ҡаланан бер кеше ҡатыны һәм ике улы менән Моав еренә күсенде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ