27 ҡолдарың Исраил халҡына күктәрҙән тороп ҡолаҡ һал, уларҙың гонаһын ғәфү ит. Уларға тик шунан йөрөһөндәр өсөн тоғро юлды күрһәт, халҡыңа биләмә итеп биргән тупраҡҡа ямғыр яуҙыр.
Минең исемем менән аталған халҡым, ғәйебен танып, буйһонһа, яман юлдарын ташлап, Миңә ынтылһа, Мин асмандан уларҙы ишетермен дә гонаһтарын ярлыҡармын, илдәрен сәләмәтләндерермен.
Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты. Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым.
Мин яратам, Раббы, торлағыңды, Шөһрәтең төйәкләнгән урынды.
Ағай-энемә ят булдым, Әсәйемдең улдары мине сит күрә.
Уңға йәки һулға тайшанғанда артығыҙҙан: «Юл бында, ошо юлдан барығыҙ», – тигән тауышты ишетерһегеҙ.
Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.
Аллаң Раббы беҙгә ҡайһы юлдан китергә, нимә эшләргә кәрәклеген белдерһен ине.
Эстән генә: „Үҙ мәлендә ямғырын яуҙырған, Яҙын, көҙөн еребеҙҙе һуғарған, Уңыш йыйырға йыл һайын ваҡыт биргән Аллабыҙ Раббынан ҡурҡайыҡ“, – тимәне.
Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ.
Уларҙың үҙҙәренә лә, әйләнә-тирәләге ҡалҡыулыҡтарыма ла бәрәкәт күндерермен. Ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, улар хәйер-фатиха ямғырҙары булыр.
Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –
Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.
Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.
Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.
Яҙғы мәлдә Раббынан ямғыр теләгеҙ. Йәшен болоттарын бар ҡылған, Кешеләргә мул итеп ямғыр биргән, Һәр кемдең баҫыуын йәшеллеккә күмгән Раббынан.
Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә.