20 Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.
Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр! Йә Раббы, Һине, тере Алланы хурларға ебәргән Санхеривтың һүҙҙәрен ишет.
Раббы ер йөҙөндәге бар нәмәне күҙәтеп тора, Үҙенә тоғроларға көс-ҡеүәт бирә. Һин алйоттарса эш иттең. Бынан һуң башың һуғыштан сыҡмаясаҡ.
«Башыбыҙға бәлә-ҡаза килгәндә – язалаусы ҡылысмы, үләтме, аслыҡмы ул – беҙ Һинең исемең төйәкләнгән ошо йорт алдына, Һинең хозурыңа киләбеҙ, үҙебеҙ дусар булған һәләкәт хаҡында Һиңә ялбарабыҙ, шунда Һин беҙҙе ишетәһең һәм ҡотҡараһың».
Эй Раббым Аллам, ҡолоң ҡылған доғаға, уның үтенесенә илтифат ит! Ҡолоңдоң ялбарыуына һәм доғаһына ҡолаҡ һал!
Инде, эй Аллам, ошо урында уҡылған доғаларға күҙҙәрең асыҡ, ҡолаҡтарың һиҙгер булһа ине.
«Халҡым Исраилды Мысыр еренән алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаған инем. Шулай уҡ халҡым Исраилға етәкселек итер өсөн бер кешене лә һайламаным.
Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған.
Бынан ары ошо урында ҡылынған доғаларға күҙем дә, ҡолағым да һәр ваҡыт иғтибарлы булыр.
Ҡолаҡ һал, күҙҙәреңде ас, Үҙ ҡолоңдоң доғаһын ишет! Мин хәҙер көнө-төнө ҡолдарың – Исраил халҡы өсөн Һиңә доға ҡылам, Исраил халҡының гонаһын таныйым. Һинең алдыңда гонаһлыбыҙ беҙ, гонаһлыбыҙ – мин дә, бөтә нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә.
Хөкөм өсөн бында тәхеттәр ҡоролған, Дауыт йортоноң тәхеттәре.
Тәҡүәләр ялбарғанда Раббы ишетер, Уларҙы бар бәләләрҙән азат итер.
Әммә мин абынғас, улар ҡыуандылар, Өймәкләшеп ҡаршы тупландылар. Юлбаҫарҙар абайламаҫтан төртөп йығып, Туҡтауһыҙ йолҡҡоланылар.
Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.
Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.
Аллағыҙ Раббы биргән ерҙә үҫкән бөтә емештәрҙең дә тәүге уңышын йыйып кәрзингә һалырһың да Аллаң Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға барырһың.
Сөнки Илаһилыҡтың бөтә тулылығы Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй.